Йәмғиәт
26 Ноября 2021, 08:39

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз, изгеләрҙән-изге!..

Кемдәр улар – билдәле йырсыларҙы тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙәр?

Шыҡһыҙ ғына көҙҙө йәмләгән, меңәрләгән әсәнең йөҙөндә нур балҡытҡан, меңәрләгән ул һәм ҡыҙҙың күңелендә ғәзиз кешеһенә ҡарата рәхмәт хистәрен барлатҡан, баҡыйлыҡҡа күскәндәрен ҡәҙерле, яҡты хәтирәләр аша иҫләттергән матур байрам ул – Әсәйҙәр көнө. Башҡорт йыр сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан бик күп артистың репертуарында әсәйгә бағышланған йыр мотлаҡ урын алған. Ә кемдәр улар – билдәле йырсыларҙы тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙәр?

.

Резидә ӘМИНЕВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:

– Һөйөклө әсәйем Ғәйшә Мөхәмәҙиә ҡыҙына 85 йәш тулды. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Аллаға шөкөр, зиһене теүәл, тормошто яратып, изге доғаларын уҡып, беҙҙе ҡурсалап ултыра. Ул бөгөн Бөрйән районының Яңы Усман ауылында һең­лемдең ғаиләһендә йәшәй. Атайыбыҙ менән татыу ғүмер кисереп, ете бала – бер ул, алты ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөн бер-беребеҙ өсөн йән атып, туған йәнле булып, татыу йәшәйбеҙ икән – был ҡәҙерле кешеләребеҙ биргән матур тәрбиәнән килә.

Әсәйемдең аҡыллы кәңәштәре алтынға бәрәбәр. Донъя хәлдәре, яңылыҡтар менән танышып бара, заманса фекерләүе менән беҙҙе бигерәк тә һоҡландырып ҡуя. Шуға ныҡ ҡыуанам: балаларыбыҙ өләсәй тәрбиәһен тойоп үҫте һәм әле үҙҙәре өләсәйҙәре тураһында хәстәрлек күрә, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Был  үҙе ҙур бәхет бит ул!

Әсәйемдәге иң матур сифаттарҙың береһе – әйткән һүҙенә тоғро ҡалыу. Яла­ғайланыуҙы, кеше хаҡында насар һүҙ һөйләүҙе яратманы. Тағы ла ул беҙҙе донъя ваҡлыҡтарынан, ғәйбәт һүҙҙәрҙән өҫтөн булырға өйрәтте. Бала саҡта булған бер хәл иҫемдә уйылып ҡалған: мине бер нисә тапҡыр үсекләгән кеше тураһында әсәйемә ҡайтып әйттем. “Ә һин иғтибар итмә, ишетмәмешкә һалыш һәм бер нимә тип тә яуап ҡайтарма. Иҫең китмәүеңде күреп, ул бала үҙенән-үҙе үсекләүҙән туҡтаясаҡ, һинең менән булышмаясаҡ”, – тине ҡәҙерле кешем. Ошо аҡыллы кәңәше артабанғы тормошомда ла әллә күпме сетерекле хәлдәрҙә ярҙам итте. Өс бала әсәһе булараҡ, ҡыҙҙарыма, улыма ла гел әсәйемдең алтын һүҙҙәрен иҫкә төшөрәм, ваҡ-төйәктән өҫтөн булырға өйрәтәм.

Әсәйемә һаулыҡ, күңел тыныслығы насип булһын, беҙҙең янда бәхетле, оҙон ғүмер кисерһен. Барлыҡ әсәләрҙе байрам менән ҡотлап, именлек теләйем!

 

Алһыу БӘХТИЕВА, Башҡортостандың халыҡ артисы:

– Ҡәҙерле әсәйем Рәйсә Мөғәз ҡыҙы Абдуллина Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән. Темәс педагогия училищеһын тамамлағас, күпмелер ваҡыт Бөрйән районында уҡытып ала, әммә яҙмыш тиҙҙән уны кире тыуған ауылына алып ҡайта – ул атайым Исмәғил Абдулла улы Бәхтиев менән ғаилә ҡора. 

Мин күп балалы ғаиләнән: биш малай, ике ҡыҙ буй еткерҙек. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шундай аҡыллы һүҙҙәре бар: “Шул замандың һәр мөғәллименә “Халыҡ уҡытыусыһы” исемен бирер инем”. Минең әсәйем менән атайым да ана шундай исемгә лайыҡ абруйлы уҡытыусылар булды.

Әсәйемдең көнитмешен, хеҙмәт йылдарын уйлаһам, әле лә аптырайым: бөтәһенә лә нисек өлгөрҙө икән ул?! Иҫ киткес егәрле, бөтмөр, дәртле булды ҡәҙерле кешем. Ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнашты. Уҡытыусылар бит элек агитация ла алып барҙы, концерт та ҡуйҙы, төнгө сменала ырҙын табағында ла эшләне. Әсәйем мандолинала оҫта уйнаны, таҡмаҡ оҫтаһы булды. Йыл һайын Яңы йыл байрамына костюм әҙерләй торғайны. Бер йылы негр ҡатыны булып кейенеп, өс-дүрт балаһын эйәртеп, бал-маскарадҡа барҙы. Беҙҙең дә битебеҙҙе ҡором менән буяны, сәстәребеҙҙе ваҡ ҡына итеп бөҙрәләтте, махсус кейемдәр текте. Шулай итеп, призлы урын яулап ҡайттыҡ. Әйткәндәй, тегеү, сигеү эштәренә бик оҫта булды, уның ҡул йылыһын һаҡлаған ҡайһы бер һөлгөләрен, селтәрҙәрен иҫтәлек итеп һаҡлайым, байтағын музейға тапшырҙым.

Мин, малайҙар араһында үҫкән ҡыҙ булараҡ, бик тиҙ ҡул араһына индем, бәләкәйҙән өй эштәрендә булышып, ашарға бешерешеп, мал-тыуар ҡарашып үҫтем. Әсәйем менән урман-ҡыр ҡыҙырып, еләккә, муйылға, бөрлөгәнгә йөрөүҙәр үҙе бер матур мәл булған. Ҡатын-ҡыҙ башҡарырға тейеш бөтә төр эшкә өйрәткәне өсөн ҡәҙерле кешемә ғүмерлек рәхмәтлемен.

Үҙе сабыр, аҡыллы кеше булараҡ, беҙҙе лә шуға өйрәтте. Беҙ, балалары, һөйөклө әсәйебеҙҙе матур иҫтәлектәр, яҡты хәтер менән һағынып иҫкә алабыҙ.

 

Искәндәр ҒӘЗИЗОВ, билдәле йырсы:

– Әсәйем Хәмдиә Хөснөтдин ҡыҙы Камалетдинованы Белорет районының Йөйәк ауылында һәр кем абруйлы уҡытыусы, уңған кеше тип белде һәм бөгөн дә ауылдаштар, уҡыусылары уны оло хөрмәт менән иҫкә ала. Кеше тураһында насар һүҙ һөйләмәҫ, ярҙамсыл, ихлас, эскерһеҙ ине ҡәҙерлебеҙ. Ул 37 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаны. Үкенескә ҡаршы, әсәйемдең ғүмере ҡыҫҡа булды: беҙ уны бынан 11 йыл элек юғалттыҡ. Атайым менән өс бала – апайымды, ағайымды һәм мине тәрбиәләп үҫтерҙеләр, белем биреп, оло тормош юлына оҙаттылар. Быйыл атайыбыҙҙы юғалтыу ҡайғыһын да кисерҙек.

Әсәйем тормошто яратҡан, шуҡ, шаян холоҡло кеше ине. Шул тиклем ябай, аралашыусан булды. Ошо сифаттары тулы­һынса миңә лә күскән. Мине уҡытыусы йәки табип итеп күрергә теләһә лә, үҙе лә йыр-моңға, театрға мөкиббән ғашиҡ кеше бу­лараҡ, сәнғәт юлын һайлауыма һис тә ҡаршы килмәне. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр сәхнәнән башҡарған йырым да әсәйҙәргә арналғайны.

Ҡолаҡта сыңлай һаман,

Өндәшә кеүек әсәм:

“Ауыр саҡтар бик күп була,

Түҙергә кәрәк, балам!” – тигән йырҙы башҡарғайным. Тулҡынланып һәм ҡурҡып залға ҡараманым да тиерлек. Йырлап бөтөп, залға күҙ һалғайным, оло йәштәге инәйҙәр, апайҙар араһында илап ултырыусылар ҙа бар ине...

Шул күңелгә йылылыҡ өҫтәй: әсәйем, ижад юлымдың башын күреп, баһалап, тәүге уңыштарыма ҡыуанып өлгөрҙө. “Халыҡсан йырҙарға өҫтөнлөк бир, халыҡҡа яҡын бул”, – тигән кәңәштәрен тоторға тырышам. Ҡәҙерле кешемдең алсаҡ йөҙө, фәһемле һүҙҙәре – һәр саҡ күңел түремдә.

 

Сәйет БИЛАЛОВ, танылған йырсы:

– Әсәйем Нәтижә Рамаҙан ҡыҙы Билалова республикабыҙҙың матур төбәктәренең береһендә – Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуып үҫкән. Ул туғыҙ балалы ҙур ғаиләлә тәрбиәләнә. Ҡыҙҙар араһында иң олоһо булғас, бала саҡтан ата-әсәһенә ярҙамлаша, бар эштең дә нескәлеген төшөнә. Ул биҙәүсе-маляр һөнәренә эйә була. Ошо һөнәре буйынса уға арыу уҡ ҡына йылдар Ҡаҙағстан яҡтарында эшләп, йәшәргә тура килде. Беҙ мәктәптә ҡаҙаҡ һәм рус телдәрендә уҡыныҡ һәм үҙ-ара ла шулай һөйләштек. Әсәйем тыуған яҡтарын һағынған саҡта миңә гел генә башҡортса йырҙар йырлай торғайны. Шуларҙың береһен, “Томоролоп зәңгәр яулыҡ болғап поезд саба” тигәнен, ятлап алып, мәктәптә башҡортса йырлап ишеттерҙем.

Әсәйебеҙ – тормош ауырлыҡтары алдында бөгөлөп төшмәгән көслө рухлы шәхес ул. Беҙҙе, өс баланы, яңғыҙ аяҡҡа баҫтырҙы, матур тәрбиә бирҙе, һөнәрле булыуға ярҙам итте. Әле ул Өфө ҡалаһында беҙҙең янда йәшәй. Ҡәҙерле кешебеҙҙең яныбыҙҙа булыуы – беҙҙең өсөн оло бәхет тә, ныҡлы терәк һәм таяныс та. Ул – килендәренә хөрмәтле бейем, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартәсәй һәм өләсәй.

Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыған кеше булараҡ, беҙҙе лә көслө бу­лырға, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте. Матур тәрбиәһе, йөрәк йылыһы өсөн әсәйебеҙгә мәңге рәхмәтлебеҙ! Ә инде матур байрам менән барлыҡ әсәйҙәрҙе ихлас күңелдән тәбрикләп, иң изге теләктәрҙе еткергем килә: һаулыҡ, именлек һеҙгә! Ер йө­ҙөндәге иң бәхетле әсә булып, балала­ры­ғыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәгеҙ!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас