Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2021, 22:00

"Бынау ҡатын нимәгә балаларын ыҙалатып йөрөй икән?"

Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева әсәһе тураһында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

"Бынау ҡатын нимәгә балаларын ыҙалатып йөрөй икән?"
"Бынау ҡатын нимәгә балаларын ыҙалатып йөрөй икән?"

Иртәгә билдәләнгән Әсәйҙәр көнө алдынан яратҡан артистарыбыҙҙың әсәйҙәре тураһындағы матур хәтирәләрен биреүҙе дауам итәбеҙ.

Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиеваның һөйөклө әсәһе Рәйсә Мөғәз ҡыҙы Абдуллинаны Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы халҡы абруйлы уҡытыусы, эшһөйәр, талантлы кеше, ҡул эштәре оҫтаһы булараҡ белде һәм хөрмәт итте.  

“Мин күп балалы ғаиләнән: биш малай, ике ҡыҙ буй еткерҙек. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ошондай матур һүҙҙәре бар: “Шул замандың һәр мөғәллименә “Халыҡ уҡытыусыһы” исемен бирер инем”. Әсәйем Рәйсә Мөғәз ҡыҙы менән атайым Исмәғил Абдулла улы Бәхтиевтар ана шундай исемгә лайыҡ абруйлы уҡытыусылар булды.

Әсәйемдең көнитмешен, хеҙмәт йылдарын уйлаһам, әле лә аптырайым: бөтәһенә лә нисек өлгөрҙө икән ул?! Иҫ киткес егәрле, бөтмөр, дәртле булды ҡәҙерле кешем. Ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнашты. Уҡытыусылар бит элек агитация ла алып барҙы, концерт та ҡуйҙы, төнгө сменала ырҙын табағында ла эшләне. Әсәйем мандолинала оҫта уйнаны, таҡмаҡ оҫтаһы булды. Йыл һайын Яңы йыл байрамына костюм әҙерләй торғайны. Бер йыл Африка ҡитғаһынан килгән ҡатын булып кейенеп, өс-дүрт балаһын эйәртеп, бал-маскарадҡа барҙы. Беҙҙең дә битебеҙҙе ҡором менән буяны, сәстәребеҙҙе ваҡ ҡына итеп бөҙрәләтте, махсус кейемдәр текте.

Әсәйемдең атаһы, йәғни ҡартатайыбыҙ уны ла, беҙҙе лә танымаған. “Бынау ҡатын нимәгә балаларын ыҙалатып йөрөй икән?” – тигән. Унан танып ҡалғас, “Балаларға күҙ тейҙереп бөтәһең инде”, - тип ҡыҙын бер аҙ шелтәләп алған.

Шулай ҙа призлы урын яулап ҡайттыҡ. Әйткәндәй, тегеү, сигеү эштәренә бик оҫта булды, уның ҡул йылыһын һаҡлаған ҡайһы бер һөлгөләрен, селтәрҙәрен иҫтәлек итеп һаҡлайым, байтағын музейға тапшырҙым.

Мин, малайҙар араһында буй еткергән ҡыҙ булараҡ, бик тиҙ ҡул араһына индем, бәләкәйҙән өй эштәрендә булышып, ашарға бешерешеп, мал-тыуар ҡарашып үҫтем. Әсәйем менән урман-ҡыр ҡыҙырып, еләккә, муйылға, бөрлөгәнгә йөрөүҙәр үҙе бер матур мәл булған. Ҡатын-ҡыҙ башҡарырға тейеш бөтә төр эштәргә өйрәткәне өсөн ҡәҙерле кешемә ғүмерлек рәхмәтлемен.

Үҙе сабыр, аҡыллы кеше булараҡ, беҙҙе лә шуға өйрәтте. Һөйөклө әсәйебеҙҙе матур иҫтәлектәр, яҡты хәтер менән һағынып иҫкә алабыҙ”, - тип һөйләне Алһыу Бәхтиева.

Фото А.Бәхтиеваның шәхси архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: