Йәмғиәт
28 Ноябрь 2021, 09:30

Андрей Назаровтан - байрам ҡотлауы

"Ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткәндә һаман да был йәһәттән әсәйемдең ни тиере хаҡында уйланам. Һәм ошо ныҡ ярҙам итә".

Андрей Назаровтан - байрам ҡотлауыАндрей Назаровтан - байрам ҡотлауы
Андрей Назаровтан - байрам ҡотлауы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Әсәләр көнө алдынан ун ғаиләгә “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалын тапшырғаны тураһында социаль селтәрҙә яҙҙы.

"Әсәләр көнө алдынан мин күп балалыларҙы тәбрикләп, “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырҙым, – тигән Андрей Назаров. – Был ғаиләләр инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ҡыҙ-малайҙарҙы үҙҙәренә алып тәрбиәләй, шулай уҡ ҡайһы берҙәренең балалары республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән. Ғөмүмән, Башҡортостанда ғаиләләргә ярҙам итеү мөһимлеген һәр саҡ аңлайҙар. Был беҙҙең милли үҙенсәлек. Әле лә йыл да ғаиләләргә ярҙам маҡсатында 100 миллиард һум аҡса йүнәлтәбеҙ. Уларға белем биреү өлкәһендә матди ярҙам күрһәтәбеҙ, коммуналь түләүҙәрҙең бер өлөшөн ҡаплайбыҙ, бүтән төрлө булышлыҡ ҡылабыҙ. Дөйөм алғанда, федераль яҡтан да, республикабыҙҙан да иғтибар ҙур.

Андрей Геннадьевич билдәләүенсә, әсәйҙәрҙең һәм балаларҙың тормошон яҡшыртыу маҡсатында бала табыу йорттарының матди-техник хәле яҡшыртыла, заманса мәктәп, балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары, парктар, күңел асыу урындары һ.б. төҙөлә.

"Был күркәм көндә әсәләрҙе тағы ла байрамдары менән ҡайнар ҡотлайым, иң изге теләктәремде еткерәм", – тигән Андрей Назаров.

Премьер-министр үҙенең ҡәҙерле әсәһе тураһында ла йылы һүҙҙәр еткергән. "Әсәйем хәҙер иҫән түгел инде, әммә йыш ҡына уны янымда тип тоям. Ҡәҙерле кешем минең өсөн дуҫ та, хеҙмәткә, яуаплылыҡҡа, тәүәккәллеккә өйрәткән остаз да булды. Әле лә шулай булып ҡала. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткәндә һаман да был йәһәттән әсәйемдең ни тиере хаҡында уйланам. Һәм ошо ныҡ ярҙам итә. Әсәйҙәр яғынан бындай ярҙамдың - иҫәндәрҙең дә, баҡыйлыҡтағыларҙың да - ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ", - тип кисерештәре менән уртаҡлашҡан Премьер-министр.   

Фото: Андрей Назаровтың Фейсбуктағы сәхифәһе.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас