

Ҡатыны бала табыу йортона киткәс, йыш ҡына өйҙә яңғыҙы йә балалар менән донъя көтөп ҡалған ирҙәр менән ҡыҙыҡ хәлдәр була. Аҙаҡ улар көлкөлө тарих рәүешендә таралып китә.
Республиканың көньяҡ районында булған был хәлгә 20 йыллап ваҡыт уҙған. Бер бәпәй тапҡан ҡатынға күстәнәс килтерәләр. Сумкаһынан ире алып килгән әйберҙәрҙе сығарып һалғас, ул ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Палаталаш ҡатындар боролоп ҡараһа, тегенең алдында бер буханка икмәк, тоҙ, шырпы, бер пачка сүпрә ята ти... Ә ҡатын, хәләлен әрләргә маташып:
– Ошо иргә нимә тиең инде... Әле бында килеп ятмаҫ элек өлкән улымды магазинға ебәргәндә нимәләр алырға тип яҙған запискам сумка төбөндә йөрөгән, ахыры. Кисә ошо сумкаға кәрәкмәгән әйберҙәрҙе һалып биреп ҡайтарғайным, бөгөн бына тейәнеп килеп еткән. Ул сүпрәне кеше роддомда нимә эшләтһен тип уйламанымы икән һуң? – тип көлә.
Ә һеҙҙең менән йә һеҙҙең яҡта шундай ҡыҙыҡ хәлдәр булғаны бармы?
Фото: sharikfaraday.ru