

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙә алып барған "Һоҡланғыс кешеләр тормошо" рубрикаһында мөхәббәттә, үҙ-ара хөрмәттә, аңлашып йәшәгән ғаиләләр хаҡында яҙҙы.
"Вәлиевтәр ғаиләһе Туймазы районының Түбәнге Бишенде ауылында йәшәй, – тигән Радий Хәбиров. – Ғаилә башлығы Рәзиф Гардан улы водитель булып эшләй, ә ҡатыны Флидә Радик ҡыҙы – инглиз теле уҡытыусыһы, әле хаҡлы ялда. Улар 31 йыл бергә. Был ғаиләлә 12 бала үҫә, унауһы тәрбиәгә алынған. Вәлиевтәр башта туғандарының балаларын үҙҙәренә һыйындырған – биш йәшлек Лилиәне һәм ете йәшлек Альфредты. Был ике сабыйҙың ата-әсәһе вафат булған. Улар үҫкәс, Вәлиевтәр Диана, Никита, Илнар, Айҙар исемле балаларҙы алған. 2017 йылда тағы ла дүртәүгә - Радмирға, Стасҡа, Радмирға һәм Полинаға йөрәк йылыһын биргәндәр. Был ғаиләлә һәр бала музыка менән шөғөлләнә, малайҙар - ҡурайҙа, гитарала, ҡыҙҙар фортепионола уйнай. Ата-әсәһенә һәр яҡлап ярҙам итәләр".
Радий Фәрит улы шулай уҡ Татьяна һәм Петр Мартенс ғаиләһе тураһында матур итеп яҙған, улар Хәйбулла районының Маҡан ауылында йәшәй. Әйткәндәй, быйыл Вәлиевтәр һәм Мартенстар “Атай-әсәй ҡаһарманлығы” миҙалы менән бүләкләнгән.
Радий Хәбиров Әсәләр көнөндә барыһын да күркәм байрам менән ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе. "Әсәйегеҙ янына барығыҙ, йәки шылтыратығыҙ. Һеҙ уларға бик кәрәк", тине ул.
Фото: https://vk.com/radiyhabirov