

Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда Башҡортостанда 200 километрҙан ашыу саҡрымлыҡ тиҙ йөрөшлө магистраль төҙөлә башлаясаҡ.
Был юл “Мәскәү – Түбәнге Новгород – Ҡазан” М-12 трассаһының Екатеринбургҡа хәтлемге бер өлөшөн тәшкил итәсәк. Маршрутҡа “Волга” М-7 трассаһының Дүртөйлөнән Татарстанға тиклемге 64,9 километрлыҡ өлөшө һәм яңы "Ҡазан - Екатеринбург" М-12 трассаһының Дүртөйлөнән Свердловск өлкәһенең Әшит ҡасабаһына тиклемге 140 километрҙан ашыулыҡ участкаһы инәсәк. Төҙөлөштө 2024 йылға тамамлау планлаштырыла.
Яңы юл Башҡортостанға илебеҙҙең бүтән төбәктәре менән бәйләнеште нығытыу, туристарҙы күберәк йәлеп итеү мөмкинлеге бирәсәк.
Фото: Республика менән идара итеү үҙәге.