Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2021, 19:00

Аспирин ярҙамға килә

 Уның менән кейемде ағартырға ла, таптарҙы ла бөтөрөргә була. Был хаҡта - яҙмала.

Аспирин ярҙамға килә

Нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, тормош тәжрибәһенә, хәйләһенә өйрәнергә лә өйрәнергә әле беҙгә, ҡатын-ҡыҙға. Кемгәлер яҙмалағы кәңәш, бәлки, яңылыҡ та түгелдер, икенселәр өсөн бының бик кәрәкле мәғлүмәт булыуы бар.


Аҡ әйберҙәр бер аҙ ваҡыттан һуң һарғая башлай. Уны төрлөсә ағартырға була, шулай уҡ белизна менән дә. Был ысул оҡшамаһа, йә еҫенән кемгәлер аллергия икән, тағы бер юл бар: аспирин таблеткаһы. Уның менән шулай уҡ кейемдәге таптарҙы ла бөтөрөп була. Түбәндә уға бәйле бер кәңәш.

Ваҡланған биш аспирин төймәһен һигеҙ литр йылы һыуҙа иретеп, ағартырға кәрәк булған кейемде шунда һалырға һәм һигеҙ сәғәт ебетергә. Икенсе алым: бер нисә таблетканы кер йыуыу машинаһына туранан-тура һалып, кейемдәрҙе йыуҙырырға мөмкин. Бындай сараның һөҙөмтәһе ҡыуандырыр - төҫһөҙләнә башлаған аҡ кейемдәр асылып китер.

Ә һеҙ аспирин таблеткаһын кейем-һалым йыуғанда ҡулланғанығыҙ бармы?

Фото: syl.ru

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина