Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2021, 20:00

Балаҡатай лимонадынан “бала саҡ тәме” килә

Бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров һәм Хөкүмәт ағзалары Балаҡатай районында эш сәфәрендә булды.

Балаҡатай лимонадынан “бала саҡ тәме” килә

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Балаҡатай районындағы дүрт объектты: эсәр һыу производствоһын, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбен, үҙәк район дауаханаһын, Соҡалы ауылы янындағы быуаны реконструкциялау барышын ҡарап сыҡты.

“Балаҡатай” эсәр һыуы етештереү проекты 2011 йылдың ғинуарында тормошҡа ашырыла башлаған. Инвестиция күләме 15 миллион һум тәшкил иткән. Продукция Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында, Өфөлә, Силәбе өлкәһендә, Татарстанда һатыла.

Предприятиела 15 эш урыны булдырылған. Бында газлы һәм газһыҙ һыу ҡоялар. 2016 йылдан һыу “Башҡортостан продукты” республика бренды менән сығарыла.

Производство директоры Рафаил Ғәлләмов әйтеүенсә, юғары сифатлы эсәр һыуға ихтыяж ҙур. Етештереү ҡеүәтен арттырып, производствола тулыһынса газ үткәреү планлаштырыла. Ул Премьер-министр Андрей Назаровҡа һәм Хөкүмәт ағзаларына минераль һыуҙы, лимонадты тәмләп ҡарарға тәҡдим итте. Директор әйтеүенсә, лимонадты үҙҙәрендә әҙерләнгән шәрбәттән яһайҙар. Етештереүсе бының менән айырыуса ғорурлана. Хөкүмәт ағзалары лимонадтың “бала саҡ тәме”н хәтерләтеүен билдәләне.

– Урындағы етештереүселәргә ярҙам итергә кәрәк, шуға күрә предприятиеға газ үткәреү йәһәтенән булышлыҡ итеп, Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша етештереүҙе киңәйтеүгә сығымды субсидияларбыҙ, – тине Андрей Назаров.

Артабан Премьер-министр Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә юлланды. Учреждение Яңы Балаҡатай ауылында 1998 йылда эшләй башлаған. Әле бында 570-тән ашыу бала йөрөй. Спорт мәктәбендә туғыҙ спорт төрө буйынса секциялар эшләй, күмәк саралар ҙа уҙғарыла.

Бина сафҡа индерелгәндән алып, бында тик косметик ремонт ҡына яһалған. Әле спорт залда күнекмәләр үткәреү йәштәр өсөн хәүефле була башлаған, сөнки пароизоляция һәм гидроизоляция булмау сәбәпле ҡыйыҡ менән эске көпләү материалдары араһындағы ағас конструкция емерелгән.

Андрей Назаров Хөкүмәт ағзалары менән спорт мәктәбендәге бөтә бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты. Ул киләһе йыл бында спорт майҙансығы булған яңы бина һалырға, ә 2024 йылға бассейнды сафҡа индерергә ҡушты. Әйткәндәй, урындағы халыҡ бассейн төҙөүҙе күптән һорай ине.

Спорт мәктәбенән һуң Андрей Назаров үҙәк район дауаханаһында булды. Ул район поликлиникаһы төҙөлөшөн тикшерҙе. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, капиталь төҙөлөштән тыш, поликлиникаға йәнә яңы йыһаз һәм ҡорамалдар кәрәк.

– Урындағы үҙәк дауахананың ярҙамға киҫкен мохтажлыҡ кисереүен күрәбеҙ. Йыһазды ла яңыртырға, яңы йоғошло ауырыуҙар бүлеген дә төҙөргә кәрәк. Ошо йүнәлештә системалы эш алып барырбыҙ. Алыҫ райондар халҡына медицина хеҙмәте күрһәтеүҙә уңайһыҙлыҡтар булмаҫҡа тейеш, – тине Андрей Назаров.

Балаҡатай районында Премьер-министр Соҡалы ауылы янында Оло Ыҡ йылғаһындағы быуаны ҡарап сыҡты. 2020 йылда объектта реконструкция тамамланған. Уның проектында һыуһаҡлағыстың төбөн таҙартыу ҡаралмаған була. 2011 йылдан быуа ташландыҡ хәлдә, ваҡыт үтеү менән ҡыуаҡлыҡтар ҡаплап алған, шуға күрә әле унда һыу тултырып та, файҙаланып та булмай.

Башҡортостан Башлығының күрһәтмәһе буйынса республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы проект-смета документтарын тултырҙы һәм ыңғай һығымта алды.

– Радий Фәрит улы был турала ҡарар ҡабул иткәйне. Аҡса бүлеү ҡаралған, шуға күрә киләһе йылда был эште тамамлайбыҙ. Быуа халыҡ рәхәтләнеп ял итерлек, күп йүнәлешле, күркәм урынға әүерелергә тейеш. Һыу инеү, балыҡ тотоу, һыу запасын тулыландырыу мөмкинлеген дә ҡарарға кәрәк, – тине Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53804

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53804

Автор:Лилия Давлетбакова