Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2021, 16:00

Камилла - Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

Ул кер йыуыу порошогының кеше организмына тәьҫирен тикшергән. 

Камилла - Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

Кер йыуыу порошогы организмға нисек тәьҫир итә? Ошо тема буйынса беҙҙең республика уҡыусыһы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған.

Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейы уҡыусыһы Камилла Скарпинато Бөтә Рәсәй "Химия ғилеме, ижад, тикшеренеүҙәр: уҡыусылар ҡарашы" фәнни-тикшеренеү конкурсында еңеүсе булған. Мәктәп етәкселеге хәбәр итеүенсә, уҡыусы кер йыуыу порошогының кеше организмына тәьҫирен төрлө яҡлап ныҡлы өйрәнгән.
Ниндәй кер йыуыу сараһының зыянһыҙыраҡ икәнлегенә тикшеренеү үткәргән ҡыҙ шулай уҡ химик тәжрибә ярҙамында ҡайһы берҙәренең этикеткаһындағы яҙыу ысынбарлыҡҡа тап килмәүен дә асыҡлаған.

"Камилла был һорауҙы бөтә яҡлап өйрәнде, шуға ла һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәне", - ти еңеүсенең остазы Наталья Володина.

Афарин, Камилла! Яңынан-яңы асыштар теләйбеҙ һиңә!

Фото: gorobzor.ru

Автор:Аклима Гизатуллина