Йәмғиәт
29 Ноябрь 2021, 04:00

Төркиәгә ялға барып...

Стәрлетамаҡтан Дмитрий Я.-ның октябрҙә ҡатыны менән Төркиәлә ял иткән сағында ҡапыл ауырып китеп, дауаханаға эләгеүе, хәле ныҡ насарайып, комаға китеүе хаҡында хәбәр иткәйнек...

Төркиәгә ялға барып...Төркиәгә ялға барып...
Төркиәгә ялға барып...

Төркиәлә комаға киткән беҙҙең турист үлеп ҡалған.

Стәрлетамаҡтан Дмитрий Япрынцевтың октябрҙә ҡатыны менән Төркиәлә ял иткән сағында ҡапыл ауырып китеүе, дауаханаға эләгеп, хәле ныҡ насарайып, комаға китеүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Уға пневмония диагнозы ҡуйылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йүнәлеп китә алмаған: Антальяның "Анадолу Хастанази" госпиталендә вафат булыуы хаҡында хбәрә иттеләр.

Яҡташыбыҙҙың кәүҙәһен тыуған илгә алып ҡайтыуға Конгресс-бюро булышлыҡ итергә вәғәҙә бирҙе, тигән мәрхүмдең ҡыҙы.

Республика етәкселеге лә сит илдә вафат булған яҡташыбыҙҙың ғаиләһенә дауалау өсөн киткән хаҡты, юл өсөн сығымдарҙы ҡапларға әҙерлеген белдергән, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Фото: bashnews.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас