Йәмғиәт
30 Ноябрь 2021, 11:49

“Балаһын, мине түгел, аҡсаны һайланы...”

Тормош булғас, төрлө хәлдәр осрай, әммә Мәрйәмдең һөйләгәндәре аптыратырлыҡ.

“Уңмаған юлды ҡыума, тип йыш әйтә ине әсәйем, әммә уның һүҙҙәренә артыҡ иғтибар итмә­нем, хәҙер генә бик тә кәрәк бул­ған икән, тип үкенәм. Тик һуң ин­де, исмаһам, башҡаларға һабаҡ булһын тормошом, – тип башланы ул һүҙен. – Кейәүгә сыҡҡанда университетты тамамлап, бер ойошмала уңышлы ғына эшләп йөрөй инем. Тәү күреүҙән ғашиҡ булған кешем менән ғаилә ҡороуыма сикһеҙ шатландым, эшкә ҡанатланып барҙым. Улыбыҙ тыуҙы, ҡыуа­ныслы мәшәҡәттәр артты, тик бына иремдең миңә мөнәсәбәте һалҡынайғандан-һалҡынайҙы. Аҡса етмәй тигәс, балаға бер йәш тулмаҫ элек үк эшкә сыҡ­тым. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ирем мине эргә-тирәләге ирҙәрҙән көнләшә, ул ғына түгел, ҡул кү­тәрә башланы. Был хәл ғәҙәти кү­ренешкә әйләнгәс, улым йыш сирләй башлағас, “тамуҡ”тан ҡа­сырға булдым. Балама биш йәш ине ул саҡта. Икенсе ҡалала бер фатирҙы ҡуртымға алып, шунда төпләндем. Ирем дә кире­ләнеп торманы, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмайынса, айырылышырға ҡарар итте... Был ваҡытта икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡмам, тип ант иткәйнем...

Бер йылдан ашыу ваҡыт үткәс, бер ир менән таныштым һәм уның миңә, улыма ҡарата яҡшы мөнәсәбәтенән иреп төш­төм, үткән ваҡиғалар ҙа онотолдо. Кейәүгә сығырға тигән тәҡдим булғас, “юҡ” тимәнем, киреһенсә, хәл-ваҡиғаларҙың ошолай барышына ҡыуанып бөтә алманым.

Ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ике бала мә­шәҡәттәре менән “ҡайнаған” ваҡытта иремдең үҙгәрә башла­ғанын һиҙмәгәнмен дә. Беҙгә аҡсаны аҙыраҡ бирҙе. “Эшең яҡ­шы, килемле, декрет ялынан сыҡ­һаң да була инде, иш янына ҡуш булыр. Бизнеста яңы йү­нә­леш асырға теләйем, һиңә сюрприз”, – тип һөйләнгәс, ризалаштым. Һуңғараҡ кредит алыуымды һораны, йәнә ҡаршы төш­мәнем. Суммаһын һорамағыҙ, ҙур ғына, әйтергә тел дә әйләнмәй. Ул ғына ла түгел, атай-әсәйем “фатир алһағыҙ” тип биргән аҡсаны ла ҡуша тотторҙом. Торлаҡ һатып ала тип уйланым...

Шул көндән алып ирем юҡҡа сыҡты. Мин уның менән берәй хәл булдымы икән әллә тип, дуҫтарына шылтыраттым. Табылды аҙаҡ, тик айырылышыуҙы һораны. Баҡтиһәң, минең кеүек ышанып барған тағы бер ҡатынды тапҡан икән...

Үҙемдең хәлем тураһында атай-әсәйемә һөйләргә лә ҡур­ҡам: улар аҡсаһын үҙҙәренә йүн­ләп тотонмай, миңә тип йый­ғайнылар. Элекке иремдең аҡса алғанлығын раҫлаған бер ниндәй ҙә документ ҡулымда юҡ, банкта ла үҙем килешеүгә ҡул ҡуйҙым. Хәҙер ике бала менән яңғыҙмын. Икенсеһенә бер йәш тә юҡ әле. Ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәйбеҙ, иртәгә нимә булырын күҙ алдына ла килтерә алмайым...”

 

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас