

Башҡортостан делегацияһы “Мегаполистар донъяны булдыра. Мәҙәниәт-ара интеграцияның ҡала моделдәре” тип аталған Екатеринбург форумында ҡатнашты. Делегацияға Евразия халыҡтары ассамблеяһы вәкиллегенең Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Руслан Кинйәкәев етәкселек итте. Ул ҡатнашыусыларға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, Ассамблеяның төбәк вәкиллеге етәксеһе Андрей Назаровтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.
"Милли мәҙәниәттәрҙең күп төрлөлөгөн ҙур ҡалаларҙа һаҡлауы ауырыраҡ, уларҙа күп халыҡ йолалары үҙгәрә, яңы ҡиммәттәр барлыҡҡа килә. Бер үк ваҡытта был процесстар ижади ҡеүәт тыуҙыра, әммә беҙ уны бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп һәм конструктив диалог нигеҙендә генә тормошҡа ашыра алабыҙ. Евразия халыҡтары ассамблеяһы бында ҡеүәтле интегратор була, ул үҙенең эшмәкәрлеген милли мәҙәниәттәрҙең асыҡ үҙ-ара тәьҫиренә килтерә ала" тиелә сәләмләү хатында.
Форумда ҡатнашыусыларға йылы һүҙҙәрен Өфө ҡалаһы Советы рәйесе Марат Вәсимов та юллаған.
Үҙенең сығышында Руслан Кинйәкәев төрлө милләттәр вәкилдәре араһында гармониялы мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн милли-мәҙәни ойошмалар һәм властарға ғына тырышырға түгел, ә әүҙем рәүештә үҫмерҙәр һәм йәштәрҙе лә йәлеп итергә кәрәк тип белдерҙе.
Бынан тыш, форумда ҡатнашыусыларға милли мәҙәниәттәр тарихы буйынса туристик проект булдырырға тәҡдим иттеләр. Миҫал булараҡ, “Екатеринбург Немецкий” ФРГ-ның Генераль консуллығы тәҡдимен килтерҙеләр. Эксперттар белдереүенсә, туристик этногенетика мультимәҙәниәтле үҙгәреп торған донъяла яңы тренд булып тора һәм быға ихтыяж ҙур.
Сара барышында Руслан Кинйәкәев менән Екатеринбург хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы урынбаҫары Любовь Бондаренко 2022 йылда Башҡортостанда Екатеринбургта матур йолаға әйләнгән Ural Music Night музыка төнөн үткәрергә килеште.
Форумдың көн тәртибендә күтәрелгән бар мәсьәләләр Йәмәғәт советы ултырышына сығарыласаҡ һәм артабан Вәкиллектең эш планына индереләсәк.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53875
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.