Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2021, 20:15

Һорауҙарығыҙ булһа...

1 -10 декабрҙә депутаттарға, белгестәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Һорауҙарығыҙ булһа...

1 – 10 декабрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Д.А. Медведевтың Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы традицион ҡабул итеү декадаһы уҙғарыла. Быйыл ул партияның 20 йыллығына арнала.

Был көндәрҙә Өфөләге төбәк һәм Башҡортостандың ҡала-райондарындағы урындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләрендә Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Совет депутаттары халыҡты ҡабул итә. Шулай уҡ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү, экология, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, хеҙмәт ҡануниәтен үтәү мәсьәләләренә арналған тематик көндәр ойошторола. Граждандар Халыҡты социаль яҡлау үҙәге, Пенсия фонды, Федераль суд приставтары хеҙмәте кеүек ведомстволар вәкилдәренә мөрәжәғәт итеү, шулай уҡ түләүһеҙ юридик консультация алыу мөмкинлегенә эйә.

“Декаданы тап ошо осорҙа үткәрергә ҡарар итеү осраҡлы түгел – декабрҙә беҙҙең “Берҙәм Рәсәй” партияһы тыуған көнөн билдәләй. 2021 йылда партияның юбилейы – уға 20 йыл тула, – тине төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова. – Ҡабул итеү бүлмәләренең даими эшләүенә һәм кешеләрҙең унда үҙҙәре өсөн уңайлы ваҡытта мөрәжәғәт итә алыуына ҡарамаҫтан, тап ошо декада көндәрендә беҙ төрлө өлкәләрҙәге белгестәрҙе, төрлө кимәлдәге депутаттарҙы үҙебеҙҙең майҙансыҡтарҙа берләштерәбеҙ. Был ҡабул итеү сараларын киңерәк, һөҙөмтәлерәк үткәреү мөмкинлеген бирә".

Декада саралары республикалағы 70 йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе майҙансығында үткәрелә. Төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәр өсөн “Йәнтөйәктең хоҡуҡи мәҙәниәте” проекты нигеҙендә күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторола.

Әйткәндәй, һорауҙы шәхси ҡабул итеү барышында ла, шулай уҡ телефон аша йәки онлайн тәртибендә лә бирергә була. Ҡабул итеүгә яҙылыу, өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 8 (347) 226-78-28.

Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә депутаттар, йәмәғәтселек фекере лидерҙары, блогерҙар ҡатнашлығында тематик тура эфирҙар ойошторола.

Фото: bashkortostan.er.ru/activity/news

Сығанаҡ: bashkortostan.er.ru/activity/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова