

Проекттың режиссеры һәм продюсеры Антон Богданов етәкселегендә “Бөтә ил менән шыршы биҙәйбеҙ” тип аталған съемкала ҡатнашырға теләгәндәр бик күп булды. Күптәр бал-маскарад костюмында тотош ғаиләһе менән килгән ине. Улар ҡурай сәскәһе рәүешендә баҫып, Яңы йыл комедияһы кадрҙарына инеп ҡалды.
Фильмды төшөрөүгә тотонор алдынан Антон Богданов, журналистар менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Киноның өлөштәрен Мәскәүҙә, Пермдә, Красноярскиҙа, Түбәнге Новгородта, Төмәндә һәм Саранскиҙа төшөрҙөк. Быйыл Яңы йылға арналған халыҡ комедияһын тергеҙергә хәл иткәс, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына фильмда ҡатнашыу тәҡдиме менән сыҡтыҡ. Өфө беҙҙең тәҡдимде тәүгеләрҙән булып күтәреп алды, шуға күрә Башҡортостандың баш ҡалаһын һайлау осраҡлы хәл түгел. Ғөмүмән, Өфө миңә оҡшай, бында бер нисә тапҡыр булғаным бар һәм фильмда ла ул үҙенең бар матурлығында сағылыш табасаҡ, тип ышандыра алам. Яңы йыл комедияһы прокатҡа 16 декабрҙән сығасаҡ, – тине ул.
Артабан алдан әҙерләнгән майҙансыҡта эш башланды. Бындағы йәнле мөхиткә ҡарап та “Елки” комедияһының сираттағы фильмы ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс буласағын аңларға мөмкин ине. Әлбиттә, ойоштороусылар беҙгә Өфөгә бәйле сюжеттың бар нескәлектәрен асманы, “Барыһын да үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ”, тип әйтеү менән сикләнде.
Күмәк халыҡ ҡатнашҡан кадрҙарҙа төшкән кешеләр араһында Өфө ҡалаһындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Раушания Ишәлина ла бар ине.
– Өфө ҡалаһы ирекмәндәре төркөмөндә һәм “Инстаграм” селтәрендә “Елки-8” фильмында ҡатнашыу өсөн кешеләр кәрәклеге хаҡында иғланды уҡығас та, ошо иҫтәлекле, ҡыҙыҡлы ваҡиғаның шаһиты булыу теләге тыуҙы. Шунда уҡ ойоштороусыларға шылтыратып, шарттар менән таныштым. Мин, ғөмүмән, ошоноң ише сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға яратам, үҙем дә ирекмән булараҡ сығыш яһайым. Быға тиклем Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһындағы “Шағир көндәлеге” фильмында ла массовкала ҡатнашҡайным. Ә был юлы Рәсәй кимәлендәге комедия хаҡында һүҙ барғас, ҙур дәрт һәм теләк менән килдем. Ҡышҡы көндөң һалҡынлығы ла, сиратта тороу ҙа һис ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Шундай йылы, матур тәьҫораттар алдым, айырыуса съемка тамамланғас, режиссер менән аралашыу оҡшаны, – тип һөйләне Раушания.
Фильмда төшөргә теләүселәр эш барған майҙансыҡҡа коронавирусҡа ҡаршы вакцина тураһында QR-код йәки Ковид-19 менән сирләүе хаҡында белешмә менән генә үткәрелде.
Г. ВАРИСОВА.

