Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2021, 19:00

Шундай ир-егеттәр була!

Сит илдә йөрөгәнендә эшҡыуарҙың башына хәтәр шәп бер уй килә: лайыҡлы ике әсәйҙе Төркиәгә ял итергә ебәреү ниәте менән яна башлай. Әммә...  

Шундай ир-егеттәр була!

“Күңелемә ятҡан шөғөл булһа, емертеп эшләйем”, - ти Баймаҡ районының Бетерә ауылынан эшҡыуар Илсур Нәбиуллин. Ә уның күңелендә тик изге ниәттәр. Башҡарған барлыҡ эштәре халыҡҡа ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала.

Ауылдаштарына ял итеүҙе ойошторһонмо, күп балалы ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтһенме – барыһы ла ихлас күңел ҡушыуы буйынса башҡарыла. Быйыл йәй көнө ҡуртымға автобус алып, барлыҡ ауылдаштарын Талҡаҫҡа ял итергә алып сыҡҡайны. Заман сире коронавирус таралып киткәс, ауылдаштарына бушлай битлек таратыуҙы ла ойошторғайны.

Яңыраҡ Илсур бер туған ағаһы Тимур менән Дубайҙа сәйәхәттә булып ҡайтҡан. Сит илдә йөрөгәнендә эшҡыуарҙың башына хәтәр шәп бер уй килә: лайыҡлы ике әсәйҙе Төркиәгә ял итергә ебәреү ниәте менән яна башлай. Әммә сит илгә сығыу мәшәҡәттәрен иҫәпкә алып, был уйын икенсегә бора: "Яҡтыкүл" шифаханаһын иҫенә төшөрә.

Башҡортостанға ҡайтыу менән был изге ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн “Инстаграм” селтәрендәге сәхифәһенә белдереү яҙа. Айырым хэштег ҡуйып, яҙылыусыларына был хаҡта белдерә һәм конкурста ҡатнашыу шарттары менән таныштыра. Күп тә үтмәй бик күптәр әсәйҙәре тураһында йөкмәткеле яҙмалар ебәрә башлай. Барлығы йөҙләгән әсә тураһында стористар килә һәм бөтәһе лә тиерлек - ялға лайыҡ әсәйҙәр. Ә эшҡыуар ике әсәй өсөн генә бүләк әҙерләгән. Илсур тиҙ арала дуҫтарына, таныштарына: “Әйҙәгеҙ, тағы ла биш әсәйгә юллама бүләк итеү өсөн аҡса йыяйыҡ!” - тип мөрәжәғәт итә.

Илсурҙың әйтеүе була, төрлө тарафтарҙағы дуҫтары, таныштары уның идеяһын күтәреп тә ала. Тәүгеләрҙән булып юрист, эшҡыуар, Ҡоролтайҙың Йәштәр парламенты ағзаһы Рәмил Әһлетдинов, эшҡыуарҙар Кинйә Ҡотлоғолов, Руслан Ишбулатов, Илһам Хәбиев, Рита Шәмсетдинова, Айтуған Фәттәхов, Альберт Йосопов, туй-байрамдар алып барыусы Светлана Үтәева, табип-хирург Айҙар Ғүмәров, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса йәштәр министры Азамат Байрамғолов, такси хеҙмәте етәксеһе Руслан Мәхмүтов, музыкант Зәйнетдин, “Урал” такси хеҙмәте етәксеһе Ғаяз арыу ғына сумма ебәрә. Шулай уҡ сит илдәге дуҫтары – Америка Ҡушма штаттарынан Илсур менән Дубайҙан Ринат та был изге эштән ситтә ҡалмай. Шулай уҡ халыҡ араһынан да әҙләп булһа ла аҡса күсереүселәр күп була. Һөҙөмтәлә йәмғеһе 80 мең һум аҡса йыйыла.

Илсур кәләше Әлиә менән тура эфир үткәреп, барыһы алдында ял итергә барасаҡ әсәйҙәрҙе ғәҙел һайланы. Уларҙың береһе лә ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа ял йорттарында, шифаханала булмаған. Күбеһе күп бала тәрбиәләп үҫтергән, араларында сәләмәтлек йәһәтенән үҙенсәлекле балалар баҡҡандары бар.

Шулай итеп, бындай матур мөмкинселек – “Яҡтыкүл” шифаханаһында ял итеү бәхете Ғафури районынан Ғәйшә Насирова, Бөрйәндән Сәмәрә Байназарова, Хәйбулланан Ғәшиә Дәүләтҡолова, Әлшәй районынан Айгөл Вәлиева, Әбйәлилдән Илнара Сафиуллина, Учалынан Эльвира Ишемғужина, Әбйәлилдән Мәмдүҙә Хәлисова өлөшөнә төштө.

Ошо аҙнанан башлап бәхетле әсәйҙәр Әбйәлилдең данлыҡлы шифаханаһында бер аҙна ял итәсәк.

Әсәләргә иҫ киткес шәп бүләк эшләгән Илсур Нәбиуллинға “Афарин”дан башҡа ни әйтәһең! Шулай уҡ был изге башланғысҡа ихлас ҡушылғандарға ла рәхмәт. Ябай әсәләрҙе ҙурлаған, ололаған кешеләрҙең үҙҙәренең тормошонда ла ошоноң ише көтөлмәгән шатлыҡ-ҡыуаныстар, уңыш-ҡаҙаныштар мул булһын!

Фото: И. Нәбиуллиндың “Инстаграм”дағы сәхифәһе.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова