Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2021, 16:03

Тарихҡа бай Юлыҡ

Уның һәр ташы, һуҡмағы һәм йорто тәрән сер һаҡлай.

Баймаҡ районының Юлыҡ ауылы – төбәктең тарихи һәм үҙенсәлекле ауылдарының береһе. Элек-электән ул тирә-яҡта мәҙәниәтле, мәғрифәтле, уҡымышлы кешеләре менән дан тота. Юлыҡ утары булараҡ барлыҡҡа килгән ултыраҡта халыҡ борон почта ташыу, сауҙа итеү менән шөғөлләнә.

 

Юлыҡ почтаһы

 

Юлыҡ ямы, йәғни почта ташыр өсөн аттар тотоу ошо ауыл халҡына йөкмәтелгән бурыс була. Ырымбур яғынан килгән почта юлы Юлыҡ аша һалына. Екатерина II Рәсәй буйлап һалдырған юлдарҙың бер өлөшө лә ошо ерҙән үтә. Юлыҡтан төньяҡ-көнсығыш йүнәлешендәге Яманташ тауын “Әбей батша юлы” тип тә атайҙар. Ул А.С. Пушкиндың “Капитанская дочка” әҫәрендә лә иҫкә алына, йәғни әҫәрҙең географияһына юлыҡтар йәшәгән ерҙәр ҙә инеп китә. Почта бынан Түбә ауылына бара, унда аттар алмаштырылып, артабан китәләр.

Революцияға тиклем Юлыҡ зыялылары Рәсәй генә түгел, сит ил матбуғатын да алдырып уҡыған. Революция үтеп, төрлө түңкәрелеш­тәрҙән һуң почта Совет хөкүмәтенә яңыса хеҙмәт күрһәтә. Боронғо бейек йортта урынлаша, аҫты таш, өҫтө ағас була. 1930–1945 йылдарҙа Юлыҡ почтаһы начальнигы Ғәзиз Ғариф улы Туйтирәков (1888–1945) була. Почтала телефон, карта, сейф, ҙур тимер һандыҡ, пистолет була, сөнки халыҡҡа пенсия, төрлө түләүҙәр башҡарыла. Тирә-яҡтағы бәләкәй ауылдарҙың бөтәһе лә Юлыҡҡа ҡарай, хатта ауыл хакимиәте лә ошонда була.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда почта үтә көсөргәнешле эшләй, һәр ғаилә фронтҡа хат яҙа, посылкалар һала. Һәр береһенә Ғәзиз Ғариф улы русса яҙып бирә. Халыҡ уны яратып Ғәзиз түрә (почта начальнигы) тип йөрөтә. Һәр көн телефондан килгән телефонограммалар, радио яңылыҡтары буйынса химик ҡәләм менән картанан күрһәтеп, һуғыш ваҡиғалары хаҡында халыҡҡа һөйләп бара. Фашистарҙың юлын – ҡара, Совет Армияһы юлын ҡыҙыл төҫ менән билдәләй. Үҙе Беренсе донъя һуғышын һәм Граждандар һуғышын үткән кавалерист була. 1945 йылдың сентябрендә йөрәк өйәнәгенән үлеп ҡала.

Бөгөн халыҡты Айгүзәл Миңле­баева хеҙмәтләндерә. Әлеге ваҡытта почта заманға ярашлы интернет менән тәьмин ителгән, халыҡҡа көндәлек кәрәк-яраҡ әйберҙәр менән аҙыҡ-түлек тә һатыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл халҡы ваҡытлы матбуғатты күп алдырмай. Шулай ҙа почта, үҙ вазифа­һын башҡарып, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итеүен дауам итә. Әйткәндәй, беҙҙе оҙатып йөрөгән Юлыҡ шағирәһе Әлфиә Йомағужина ауылдың китап­ханаһына “Башҡортостан” гәзитенә подписка бүләк итте.

Ысынлап та, бөгөн Юлыҡ ауылының һәр йорто, һәр һуҡмағы һәм ташы данлы йылдарҙың тере шаһиты, ҡасандыр бында йөрөгән күренекле кешеләрҙең эҙен һаҡлай. Ауылда бөгөн дә ул осорҙоң тарихи күренеше булып әллә күпме ҡомартҡы һаҡлана, шул осорҙа төҙөлгән йорттар ултыра.

Бәрәкәтле был ерҙә донъяға билдәле Рәмиевтәр, күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи үҙенең данлы эҙен ҡалдырған, Пенза губернаһы дворяндар нәҫеленән булған Чанышевтар – Ҡаһарман, уның улы Миҙәхәт, ейәндәре Садиҡ, Әҙеһәм төбәк мәғрифәтен, республика сәнәғәтен үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индергән. Шағир Шәйехзада Бабич та бында йыш булған, шағир-сәсәндең ялҡынлы һүҙҙәре Юлыҡ ауылы халҡын башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылырға өндәгән. Шәйехзада Бабич, ғүмеренең һуңғы төнөн дуҫы Абдулла Әҙеһәмовтың йортонда үткәреп, аҙаҡ Кананикольск яғына барғанда ҡулға алына һәм Йылайырҙа үлтерелә.

1862 йылда Мөхәмәтсадиҡ Рәмиев ике улын – Шакир һәм Закирҙы – эйәртеп, ҡатыны Гәүһәр менән Ырымбур далаларынан Юлыҡ ауылына күсенеп килә. Килгәс тә, бәләкәй генә кибет асып, унда шәкәр, сәй һәм башҡа әйбер һата. Был кәсебенән төшкән килем уға артабан һабын ҡайнатыу, тире эшкәртеү заводтарын асырға ярҙам итә. Артабан кәсепсе Рәмиев Ирәндек буйындағы ауылдар янындағы күп алтын йыуыу приискыларына хужа булыуға өлгәшә. Бер һүҙ менән әйткәндә, тап улар төбәктәге сәнәғәт өлкәһендә иң бай эшҡыуарҙар иҫәпләнә. Улар ауыл уртаһында таштан төҙөлгән ике ҡатлы йортта йәшәй. Уның ике улы ла билдәле шәхестәргә әүерелә. Шакир Рәмиев Рәсәйҙә танылған “алтын короле” булараҡ билдәле, Дәртмәнд ҡушаматы алған икенсе улы Закир Рәмиев шул осорҙоң күренекле шағиры булараҡ күптәргә яҡшы таныш.

Тарихи сығанаҡтар буйынса, Баш­ҡорт­останда алтын сығарыу эшенең тарихы Рәмиевтәрҙең эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйле. Архив мәғлү­мәттәре буйынса, 1869–1917 йылдарҙа Рәмиевтәр башҡорт ерҙәренән алты тонна ҡиммәтле металл – алтын сығарған. Шул ваҡыттағы аҡса менән һанағанда – алты миллиард һум. Әйткәндәй, Рәмиевтәр, эшҡыуар­лыҡтың юғары өлгөһөн күрһәтеп, мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә ярҙам иткән, дауаханалар, китапханалар, мәктәптәр, мәҙрәсәләр, мәсеттәр төҙөгән.

Юлыҡ ауылында ла бөгөн улар төҙөгән мәсет эшләй. Германиянан килгән архитектор төҙөгән был бина әле лә күптәрҙә һоҡланыу уята, хатта уның мейесенән сыҡҡан төтөн юлы өсөн стеналарҙа айырым урындар ҡалдырылған. Иҫ киткес архитектура ҡомартҡыһы ул, әммә ни өсөндөр әлегә тиклем мәҙәни мираҫ объекты булараҡ республиканың тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелмәгән.

Шулай уҡ Юлыҡ ауылында Рәмиевтәрҙең алтын һаҡлаған таш келәте бар, уның да төҙөлөшөнә сит ил архитекторҙарының ҡулы тейгән. Тип-тигеҙ таштар менән эшләнгән келәттең аҫҡы өлөшө лә (беренсе ҡаты) бергә һалынған. Күрәһең, “келәткә бурҙар төшһә йә иһә ерҙе соҡоп инһә” тигән уйҙан сығып шулай төҙөгәндәр. Шуныһы әһәмиәтле: таш келәт бөгөн дә ныҡ, ишектәре мәңгелек тимер менән көпләнгән, тик башы ғына асыҡ. Уға ла бер аҙ ремонт эшләнһә, бынамын тигән мәҙәни ҡомартҡы буласаҡ.

Рәмиевтәрҙең йортонда тирә-йүнгә йән биреп торған китапхана булдырыла. 1919 йылда Закир Рәмиев, ошо китапханала эшләргә тип, Ырымбурҙан Мирхәйҙәр Фәйзиҙе алып ҡайта. Рәмиев сит илдәрҙән китаптар алдырта, китапхана заманына күрә бик бай була.

Мирхәйҙәр Фәйзиҙең (Фәйзуллин) тормошо һәм ижады Юлыҡ ауылы менән тығыҙ бәйле. Китапханасы булып эшләгәндә ул “Сәғәҙәтбаныу” тигән драмаһын яҙа, аҙаҡ уны бер аҙ үҙгәрткәндән һуң, “Ғәлиәбаныу” тип атай. Һәм был пьеса тиҙ арала киң танылыу таба һәм бөгөн дә күп театрҙарҙың репертуарынан төшкәне юҡ. Юлыҡ ауылы йәштәре тормошонан алып яҙылған был музыкаль драма­һында М. Фәйзи төп геройҙарының холоҡ-фиғелен ауыл йәштәренән яҙа. Мәҫәлән, төп образдарҙың береһе булған Хәлил – Вафа Әҙеһәмов. Мирхәйҙәр Фәйзи Юлыҡҡа килмәҫ элек Орскиҙа некрут Вафа Әҙеһәмов менән осрашҡан була. Был осрашыу оҙаҡ йылдарға һуҙылған оло дуҫлыҡҡа әйләнә. Вафа уға үҙенең ауыр яҙмышы, ҡайнар мөхәббәте тураһында һәм сикһеҙ һөйөүе өсөн ауыл байҙары һәм муллалары тарафынан Беренсе донъя һуғышына некрут итеп оҙатылыуы тураһында һөйләй. Вафаның яҙмышы Мирхәйҙәрҙе ныҡ тулҡынландыра. Шуға нигеҙләнеп, ул үҙенең драмаһын яҙа. Әйткәндәй, мәктәп музейында әле лә Хәлил образын тыуҙырған Вафа Әҙеһәмов уйнаған “тальянка” һаҡлана.

Тап Баймаҡ ерлегендә Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Аҫылйәр”, “Аҡ ҡалпаҡ”, “Ҡыҙыл йондоҙ”, “Урал һыуы буйында” кеүек мәшһүр әҫәрҙәре ижад ителә. 1919–1922 йылдарҙа уның етәксе­легендә булған китапхана бинаһы бөгөн дә һаҡлана. Әммә ул да яҡлауға һәм ҡәҙерләүгә мохтаж, сөнки йылдар үтеп, быуаттар алмашынһа ла, тарих мәңгелек. Һәм иң мөһиме – тарих йәш быуын өсөн кәрәк.

 

Бөгөн нисек йәшәйҙәр?

 

Был һорауға “иҫ киткес шәп, үҙ йолаларына, тарихына һәм ата-бабалар рухына тоғро” тип әйтер Юлыҡта булған, халыҡ менән аралашҡан һәр кеше. Бер нисә йыл элек күңелемдә ошо ауыл халҡы менән аралашыу теләге барлыҡҡа килгәйне. Әммә ни өсөндөр был тарафҡа юл төшмәне. Бала саҡтан Рәмиевтәрҙең алтын приискылары хаҡында ишетеп кенә түгел, уларҙы күреп үҫтек. Ауыл янындағы Тимерйәнгә еләккә барһаҡ йә иһә Олобейеккә сейәгә сыҡһаҡ, һәр саҡ атай-әсәйҙәрҙең: “Рәмиевтәрҙең шахтаһына төшөп китмәгеҙ, соҡор янына яҡын бармағыҙ, уның төбөнә таш ырғытмағыҙ”, – тигән ялбарыулы һүҙҙәре яңғырар ине.

Бала саҡ шуҡлыҡтары менән төпһөҙ шахта төбөнә таш ырғытып, уның барып төшөүен ишетер өсөн әллә күпме ваҡытты әрәм итеүебеҙҙе аҙаҡ ҡына аңланыҡ. Һәр хәлдә, ауылымдағы Иман йорто ла – ҡасандыр Рәмиевтәр төҙөп биргән мәсеттәрҙең береһе. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, бөгөн дә тыуған ауылым янында урман-ҡырҙары, тауҙары аҡтарыла, ҡасандыр алтын йыуған Рәмиевтәрҙең приискылары урынында әле булһа алтын йыуыу эштәре башҡарыла. Бәлки, шуғалыр ошо “алтын байҙары” йәшәгән ауылды күреү теләге барлыҡҡа килгәндер ҙә.

Ә миңә ҡалһа, ысынлап та, Юлыҡ ауылы ла, халҡы ла берҙәм, татыу, дәртле, сәмле, уңған һәм егәрле, бер бөтөн булып йәшәй белә. Бер ҡайҙан ярҙам көтмәй, кемдеңдер килеп эшләренә өмөтләнмәй, үҙ көстәре, үҙ тырышлыҡтары менән гөрләшеп донъя көтөүҙәренә хайран ҡалырлыҡ. Беҙҙе ошо ауылда тыуып үҫкән, әле Ғүмәр ауылында йәшәгән шағирә Әлфиә Йомағужина менән ауыл китапханасыһы Дилбәр Маннапова оҙатып йөрөнө. Уларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Яҙғандарыбыҙға ҡеүәт өҫтәп, ауылдың ҡасандыр йәме булып торған стадионды ҡайтанан тергеҙеү, унда футбол, волейбол, хоккей уйнау өсөн майҙансыҡ эшләү маҡсатында юлыҡтар үҙ көсө менән аҡса йыйып, кәрәкле төҙөлөш материалы алып, эште башлап та ебәргән.

 

Тирә-йүнде иман нурына ҡойондора

 

Ауыл менән танышыуҙы боронғо мәсеттәрҙең береһе, мәшһүр архитектура ҡомартҡыһы булырлыҡ Шакир Рәмиев төҙөткән иман йортонан башланыҡ. Ысынлап та, ауыл уртаһында бар тирә-яҡты нурға һәм иманға ҡойондороп аҙан тауышы яңғыратып ултырған мәсет ауылға килгән һәр кемде үҙенә саҡырып торғандай.

Ул бер быуаттан ашыу әллә күпме үҙгәреш кисереп, төрлө йылдарҙа иген келәтенә, ауыл клубына әйләнеп, 1992 йылда ҡайтанан Иман йорто булараҡ асыла. Ауыл халҡының тырышлығы менән бинаға ремонт эштәре башҡарыла, аҡлана һәм буяла.

Мәсет бинаһы бик уникаль, уны, алдан әйтеүебеҙсә, немец архитекторы төҙөй. Тышҡы ишек тәңгәленән күтәрелгән манараһы өс ҡатлы. Һигеҙ ҡырлы, аҫҡы өлөшө – таштан, өҫкө яғы ағастан һалынған. Был өлөштәр манараны уратып алған балкон менән бүленеп тора. Көмбәҙе шлемға оҡшаш, биш ҡырлы махрабының нигеҙе айырым. Бөгөн Ғәзиз Шәйәхмәтов мәсеттең имам-хатибы итеп һайланған. Коронавирус сиренә бәйле пандемия ваҡытында ауыл халҡы йөрөүҙән бер аҙ туҡтап торһа ла, бында йома намаҙҙары, дини байрамдар үтеп тора. Йәштәр никах туйҙарын, балаға исем ҡушыуҙы ла тап ошонда башҡарырға күнеккән. Ололар ҙа, йәштәр ҙә динде үҙ итә, мәсеткә йөрөй.

Беҙ ҙә был изге йорттан күңелебеҙ пакланып, үҙебеҙгә еңеллек алып сыҡҡандай булдыҡ.

 

Һәр кемдең һаулығына иғтибарлы

 

Шүлкә ауылы ҡыҙы Рәсимә Ғәббәсова 2001 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлағас, Юлыҡҡа фельдшер булып эшкә килә. Ауылда йәшәгән һәр кемдең һаулығына иғтибарлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған “ауыл духтыры”н халыҡ шунда уҡ үҙ итә. Алсаҡ йөҙлө, изге күңелле Рәсимә Риф ҡыҙы 400-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Уларҙың 60-тан ашыуы – балалар. Ауылдың иң олоһо Хәдиджә Әҙеһәмоваға 93 йәш, иң бәләкәйенә – ни бары дүрт ай. Өс кешенең йорттарына барып хеҙмәтләндереү талап ителә, ҡалған­дарына саҡырыу йә иһә билдәле график буйынса йөрөй.

Күпселек ауылдарға хас булғанса, Юлыҡта ла күберәк оло быуын өҫтөнлөк итә, шуға күрә йөрәк-ҡан тамырҙары, быуындар һыҙлауы, ҡан баҫымының күтәрелеүе, бронхит кеүек сирҙәр менән ауырыусылар күп.

– Көнөнә 15–20 кешене хеҙмәт­ләндерергә тура килә, йышыраҡ уларға укол һалырға кәрәк. Ял көндәрендә лә был эш өҙөлмәһен тип, ҡайһы саҡта өйҙәренә барып та ҡаҙайым, – ти изге күңелле, аҡ халатлы фельдшер.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус сире юлыҡтарҙы ла урап үтмәгән, заман сиренән вафат булыусылар ҙа бар. Бөгөн ауыл халҡы был вирустан прививка яһатырға үҙе теләп килә. Бигерәк тә ололарҙың вакцина эшләтеүе хуплауға лайыҡ. Бөгөн ауыл халҡының 60-тан ашыу проценты прививка ҡаҙатҡан. Был күрһәткес көндән-көн арта бара.

 

Өлгө булырҙай ғаилә

 

Һәр ауылда матур донъя көтөүҙәре, тәүфиҡлы балалар тәрбиәләүҙәре, йәшәүҙәре һәм булмыштары менән башҡаларға үрнәк булырҙай ғаиләләр була. Юлыҡ ауылында ундайҙар – һәр йортта тиерлек, шуға күрә беҙ бер ғаилә менән генә яҡындан танышырға булдыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: бында кейәү-кәләште ситтән эҙлә­мәйҙәр. Күпселек бәләкәйҙән бер-береһен белеп, ата-әсәһен күреп өйләнешкән парҙар. Был ғаиләләрҙең нигеҙе ныҡлы, татыу.

Миңнур менән Рауил Маннаповтар – ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе. Икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән. “Тормоштары йырға оҡшаш”, тиҙәр ҡайһы бер ғаиләләр хаҡында. Бер-береһенә әле лә һөйөү күҙҙәре менән бағып, фекерҙәрен йөпләп ултырған Маннаповтар менән танышҡас, уларҙың ғаиләһен күңел түренән урғылып сыҡҡан моңло йырға оҡшаттым.

Тиҙҙән үҙҙәренең зөбәржәт туйын билдәләйәсәк ғаилә бер-береһен ҡәҙерләп һәм хөрмәт итеп йәшәй. Биш бала үҫтереп, уларҙың барыһын да уҡытҡан, оло тормош юлына сығарып, бөгөн 10 ейән-ейәнсәргә, биш бүлә-бүләсәргә бәхетле өләсәй һәм олатай улар. Шуныһы һөйөнөслө: бар балалары ла ошо ауылда төпләнгән. Ҡыҙҙары Гөлдәр, үҙ эшен асып, туғандарын бергә туплаған. Уларҙың барыһына ла атайҙары Рауил Заһретдин улы кәңәш биреп, нисек эш итергә өйрәтеп ултыра.

– Саҡ ҡына алдараҡ тыуылманы, минән бынамын тигән фермер сығыр ине, – тип тә ҡуйҙы олатай. – Ғүмерем буйы тыуған ауылымдан ситкә китмәнем, колхозда эшләнем, тракторға ла ултырҙым, малсылыҡта ла тир түктем. Бөгөн улдарым менән ҡыҙҙарымдың тормошонан ҡәнәғәт­мен, уларҙың һәр береһенең эше бар. Барыһын да бергәләшеп башҡаралар, үҙ-ара ярҙамсылдар. Әле береһе килеп хәлебеҙҙе белеп китһә, икенсеһе нимәлер эшләп бирә, өсөнсөһө шылтыратып ала.

Ҡартының һүҙҙәренә йорт хужа­бикәһе Миңнур Ғарифулла ҡыҙы ла ҡушыла. Ул ғүмере буйы фермала һауынсы булып эшләгән.

– Элек эш һайлап торманыҡ, колхоз рәйесе ни тиһә, шуны һүҙһеҙ үтәр инек. Эш тә күп булды, аш та булды. Көнөнә ҡулдан егермешәр һыйыр һауып ҡайтылыр ине һәм, өйҙә балаларҙы ҡарап, йорт эштәрен башҡарырға ла өлгөрөр инек. Донъя йөгөн бергәләшеп тарттыҡ, бер-беребеҙгә юл ҡуя белдек. Аңлашып йәшәү өсөн сабырлыҡ бик тә кәрәк. Ҡартым да миңә ҡарата иғтибарлы булды. Ул минән байтаҡҡа олораҡ, шуға күберәк эшкә үҙе өйрәтеп алды. Фәниә ҡайынбикәм яҡшы булды, уның менән әле лә әхирәттәр кеүекбеҙ. Ғүмер аҡҡан һыу кеүек һиҙҙермәй генә үтте лә китте. Бына тиҙҙән бергә йәшәгәнгә лә 55 йыл тула, – ти Миңнур Ғарифулла ҡыҙы.

Бар ғүмерен тыуған ауылына, тыуған еренә бағышлаған хеҙмәт ветерандары Миңнур менән Рауил Маннаповтар әле лә сафта: баҡсасылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, ҡош-ҡорт аҫрап, мал көтәләр. Оло хеҙмәт юлын, тормош баҫҡыстарын ҡулға-ҡул тотоноп, балаларына һәм ейәндәренә берҙәмлек, татыулыҡ, тоғролоҡ өлгөһө күрһәткән матур, бәхетле ғаиләгә артабан да сәлә­мәтлек юлдаш булһын.

Ауылда дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, ауыл клубы һәм бик бай китапхана эшләй. Уҡыусыларҙың каникулы оҙайтылыу сәбәпле, мәктәптә уҡытыусыларҙы ла, уҡыусыларҙы ла осрата алманыҡ. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреж­дениеһына ла барырға ҡыйманыҡ, сөнки кескәйҙәр янына барһаҡ, ата-әсәләр беҙҙе дөрөҫ аңламаҫ тип уйланыҡ. Ни тиһәк тә, коронавирус сире сигенергә уйламай...

Бер һүҙ менән әйткәндә, Юлыҡ ауылы халҡы берҙәм һәм татыу йәшәй, уртаҡ уй-фекерҙә дәртләнеп донъя көтә, ауылдарын  төҙөкләндереп, өмөләр үткәреп, бар эште үҙ көстәре менән атҡарып сыға. Бер ҡайҙан ярҙам һорамай улар. Ауылға газ үтмәгән, шуға күрә һәр йорт янында ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән өйөм-өйөм утын күренә, бөтә социаль объекттар ҙа шулай йылытыла. Халыҡ милли йолаларыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә тоғро. Ауылда “Аҡ ҡалфаҡ” фольклор төркөмө эшләй, 1996 йылда Юлыҡ мәктәбенә билдәле драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙең исеме бирелә. Ауыл халҡы арҙаҡлы шәхестәре менән хаҡлы ғорурлана. Улар араһынан композитор Рәйеф Ғәбитов, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Хәмзә Ҡурсаев, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әҙеһәм Чанышев, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Борхан Сәмиғуллин, педагогия фәндәре кандидаты Юнир Әҙеһәмов, химия фәндәре кандидаты Илдус Сабаев, иҡтисад фәндәре докторы Йәғәфәр Әҙеһәмов, иҡтисад фәндәре кандидаттары Сәлихйән Исмәғилев, Мәсғүт Әҙеһәмов һәм башҡа бик күп абруйлы кешеләр сыҡҡан.

Бөгөнгө йәшәйештәре, татыулыҡ­тары, быуындар бәйләнешен лайыҡлы дауам итеүҙәре менән күптәргә өлгө булған Юлыҡ ауылы халҡынан дәрт-илһам алып, данлы һәм шанлы тарих эҙҙәрен барлап ҡайттыҡ. Юлға сығыр алдынан күбәләктәй ап-аҡ ҡарҙың яуыуын да тарихи ауылдың беҙгә биргән фатихаһы кеүек ҡабул иттек. Тағы ла осрашырға яҙһын, бай тарихлы яҡтар!

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Баймаҡ районы.