Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2021, 15:56

Трактор эшләп алған. Сиратта – һабан

Фото:Автор фотоһы.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тигән һүҙҙәр таушалған кеүек булһа ла, Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәгән Ринат Рәхмәтуллиндың эштәрен күреп, был әйтемдең иҫкермәгәненә инанам. Ниндәй шөғөлгә тотонһа ла, ҙур оҫталыҡ менән башҡарған, һәр ваҡыт яңы һөнәрҙәр өйрәнеү теләге менән янған Ринат Фәрит улына ул тап килеп тора.

Мәҡәләм геройы Ҡырмыҫ­ҡалы ауылында донъяға кил­гән. Урындағы мәктәптә белем алғандан һуң, Алыҫ Көнсы­ғышта Хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итә. Ватаныбыҙ алдындағы һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, Ляховолағы һөнәрселек училищеһында уҡып, киң профилле тракторсы-машинист таныҡлығы ала.

Артабан тыуған ауылында ең һыҙғанып эшкә тотона. Үҙен бөтөнләй икенсе юҫыҡта һынап ҡарарға итә һәм, төҙөлөш бри­гадаһы туплап, бихисап йорттар һәм башҡа объекттарҙы файҙаланыуға тапшыра. Әйткәндәй, Ринаттың балта оҫтаһы икәнлеген тирә-яҡта ла яҡшы беләләр. Ябай ғына ағас киҫәгенән дә күҙҙең яуын алырҙай төрлө әйберҙәр эшләп ҡуя ул – семәрләп яһалған йорт йыһаздары, тирмәләр, арбалар һәм башҡа әйберҙәрҙең һәр береһе үҙенсәлекле. Уның фантазияһына һоҡланырлыҡ.

– Тәүҙә бөтә геометрик фигураларҙы ҡағыҙға төшөрәм, артабан шул һыҙымдарға ҡа­рап ағасты киҫәм. Ҡайһы ваҡыт башта ниндәй формалар ҡайнай, таҡтаны ла шулай эшләйем, – ти Ринат Фәрит улы.

Ағастан төрлө форма килтереп сығарыу өсөн бер нисә станогы ла бар. Әйткәндәй, уларҙың дүртәүһен дә үҙе йыйып алған. Элегерәк заказсы үлсәмдәре буйынса тәҙрәләр, ишектәр яһаған. Бөгөн генә быға ихтыяж кәмене, заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙер халыҡ заманса пластик тәҙрәләргә өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә бөгөн ул пластик тәҙрәләр, ишектәр етештереү менән дә мәшғүл.

Көнө буйы эшләп, арып ҡайтыуына ҡарамай, гел генә йорт тирәһендә, бынан тыш, төнгә тиклем оҫтаханаһында булыша. Буш ваҡытында ситса алъяпҡыстарын тағып, яҡындарын тәмле аш-һыу менән һыйларға ярата. Ә бешергән аштары һәр саҡ телде йоторлоҡ тәмле була. Эйе, ул бер ҙә, был – ҡатын-ҡыҙ эше, тип иҫәпләшеп тормай.

– Быйыл ҡаҙ өмәһен дә икәү генә башҡарҙыҡ. Ул миңә ҙур ярҙамсы булды. Ҡаҙҙарҙың йөнөн дә йолҡошто, эсен дә таҙартышты. Бер-беребеҙгә кәңәштәр бирә-бирә дәррәү эшләгәс, мәшәҡәтле күренгән бурысты ла тиҙ арала тамамлап ҡуйҙыҡ, – ти ҡатыны Фирүзә.

Оҫта ҡуллы Ринат Фәрит улы быйыл йәй үҙ ҡулдары менән ҡеүәте 15 ат көсөнә торошло минитейәгес трактор йыйып алған.

– Яҙын баҡса эштәрендә, ҡышын ҡар таҙартыуға ярап ҡала ул, – ти. – Ҡайһы бер алмаш частарын һатып алдым, икенселәрен үҙем иретеп йәбештереп йүнләп алдым. Барлыҡ уйлағаным еңел бирелде. Һәр деталде иретеп йәбештереү аппараты менән үҙем урынлаштырҙым. Тимер­ҙәрҙе һүтеп, ҡабаттан эшләргә тура килмәне. Тракторҙың бер нисә тиҙлек режимы бар, һәр бурысты үтәүгә айырым рычаг ҡуйғанмын.

Геройыбыҙ тағы ла ер һабаны яһау уйы менән яна. Эйе, ирмен тигән ирҙең ҡулынан килмәгән эш юҡ, теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк. Ринат Рәхмәтуллин да киләсәктә яңы ижад емештәре менән һөйөндөрөр әле.

 

Айһылыу ИЛЬЯСОВА.

 

Ҡырмыҫҡалы районы.