

Бөрйән районының Иҫке Монасип мәктәбе аш-һыуҙы һәм һөнәрмәндәрҙе данлап ҙур байрам үткәрҙе. Нимә генә тимә, һәр ҡатын-ҡыҙ – ашнаҡсы, ә беҙҙең тормошто туҡланыуһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Бигерәк тә “ир-егеттең йөрәгенә юл – ашҡаҙан аша” икәнен яҡшы белгән гүзәл зат аш-һыу әҙерләүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.
Һуңғы йылдарҙа мәктәптәге туҡланыу системаһына ла ҙур иғтибар бүленеп, балаларға әҙерләнгән ризыҡҡа талаптарҙың көсәйеүе ашнаҡсы һөнәренең яуаплылығын арттырҙы. Бына ошоларҙың барыһын да күҙ уңында тотоп, Иҫке Монасип мәктәбе директоры Данил Ҡотлобаев хыялында йөрөгән “Йыл ашнаҡсыһы” конкурсын тормошҡа ашырҙы.
Дәрт-дарманы ташып торған директорҙың идея биреүе генә етә, берҙәм коллектив, йәһәт кенә күтәреп алып, бына тигән итеп ойоштороп та ҡуя. Был юлы ла Марина Йыһанурова, Азат Әйүпов, Гөлфирә Көнәфина байрамды күңелле итеп алып барһа, профком рәйесе Зөлфиә Буранова, һәр ваҡыттағыса, матур бүләктәр хәстәрләп, сараны юғары кимәлдә үткәреүгә үҙ көсөн һалды.
Конкурсты асыу тантанаһында Бөрйән район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, Иҫке Монасип ауылы хакимиәте башлығы Хәбир Йомағолов ҡатнашып, ашнаҡсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙеләр. Был бәйгеселәрҙә сәм, дәрт уятты. Аш-һыу бәйгеһендә Иҫке Монасип, Нәби, Тимер мәктәбе, Иҫке Монасип балалар баҡсаһы, Яңы Монасип мәктәп-балалар баҡсаһы ашнаҡсылары һынау тотто.
Шуныһы ҡыуандыра: ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, олоһо-йәшенә ҡарамай, заман менән бергә атлаһа ла, аш-һыу тирәһендәге тарихта ҡала барған көнкүреш ысулдарын да онотмай. Өҫтән ҡар ҡатыш ямғыр яуып торһа ла, бәйге талаптарына ярашлы, “һә” тигәнсә усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып, былау бешерҙеләр, ҡуҙ төшөрә һалып, самауыр ҡайнаттылар.
Ҡул ҡото тигән төшөнсә лә бар. Бәйгеселәр, бер үк һурпаға үҙҙәре ҡырҡып килтергән туҡмасты һалып, аш әҙерләне, әммә һәр береһенең тәме үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. Иҫ киткес бит!
Милли ризыҡ өсөн айырым бәйге ойоштороуҙың кәрәклеге лә ҡалманы, сөнки аш-һыуҙағы миллилек – беҙҙең ҡанға һеңгән көндәлек ысынбарлыҡ. Был юлы ла конкурс талаптары буйынса туҡмас киҫеп аш бешерергә ине. Ашнаҡсылар уның эргәһенә – ҡорот, үлән сәйе янына бал ҡуйҙы, сөнки бүтәнсә булыуы ла мөмкин түгел, беҙ тап ана шулай туҡланып өйрәнгәнбеҙ.
Бөгөнгө ашнаҡсы заман менән бергә атлай. Ысынлап та, һәр өҫтәл, зауыҡ менән биҙәлеп, ризыҡ төрлөлөгө менән күҙҙең яуын алып, үҙенә саҡырып тора ине. Бәйгеселәрҙең махсус рецепт өлгөһө буйынса әҙерләгән салат, торт, десерт кеүек ризыҡтары ла телде йоторлоҡ тәмле булды.
Ойоштороусылар байрамды үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреүгә фантазияһын да, көсөн дә йәлләмәгән. Ашнаҡсыларҙың һөнәри һәләттәренән тыш, сослоғон, зирәклеген, етеҙлеген дә һынап: ит турағысты һүтеп, кире ҡороу, дөгө ярмаһы араһынан ҡарабойҙайҙы сүпләү, хатта “Штиль” мотобысҡыһын тоҡандырып һүндерә белеү кеүек ярыштар үткәрҙеләр. Һуңғыһы усаҡ тоҡандырыу өсөн утын әҙерләй белеү кәрәклеген күҙ уңында тотоп һыналды. Ә бәйгеселәр һынатманы, СанПин талаптарына ҡағылышлы һорауҙарға ла яуап бирҙе, ризыҡтарын яҡланы, йырланы, уйнаны. Бына шулай онотолмаҫ һәм ҡабатланмаҫ көн булып тарихта ҡалды ауылыбыҙҙа ғына түгел, районда тәүге тапҡыр үткәрелгән Ашнаҡсылар көнө.
Ә бәйге һөҙөмтәләренә килгәндә, Яңы Монасип башланғыс мәктәбе һәм балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы Зөһрә Яҡупова еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Икенсе урынға – Нәби мәктәбенән Гөлсинә Ибәтуллина, өсөнсө урынға Иҫке Монасип балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы Гөлшат Йомағолова лайыҡ булды. Командалар араһында Яңы Монасип ашнаҡсылары – беренсе, Иҫке Монасип ауылының “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы – икенсе, Иҫке Монасип мәктәбе өсөнсө урынға сыҡты. “Байрам салаты” номинацияһында – Гөлшат Йомағолова, “Йәй еҫе” номинацияһында – Зөһрә Яҡупова, “Кулинар импровизация” номинацияһында – Гөлсинә Ибәтуллина, ә “Сәйгә иң тәмле торт” номинацияһында Иҫке Монасип мәктәбенән Таңсулпан Баймырҙина еңеүсе тип табылды. Иҫке Монасип ҡатын-ҡыҙҙар советының махсус бүләге Тимер мәктәбе ашнаҡсыларына тапшырылды.
Динара ҠОТЛОБАЕВА.
Бөрйән районы.

