Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2021, 21:15

13 тәҡдим әҙерләгәндәр

Өфөлә Башҡортостандағы Халыҡ фронтының Төбәк штабы конференцияһы үтте.

13 тәҡдим әҙерләгәндәр
13 тәҡдим әҙерләгәндәр

Башҡортостандың Халыҡ фронты эксперттары республика етәкселегенә төбәк халҡы тормошон сифатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт тәҡдимдәре ебәрҙе һәм төбәк штабы рәйестәштәре составын яңыртты.

“Йәмәғәт тәҡдимдәре, ә уларҙың һаны 13, мониторингтар, һорауламалар, рейдтар һәм Башҡортостан кешеләренең беҙгә, шулай уҡ Президенттың тура линияһына, Халыҡ фронты лидеры Владимир Путинға мөрәжәғәттәре нигеҙендә булдырылды. Башланғыстар мәктәптә туҡланыу, Өфөлә студенттар поликлиникаһы эшләүе, тораҡ пункттарҙы эсәр һыу менән тәьмин итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемалары, авария хәлендәге йорттан күсерелгәндәрҙең йорттарын газ менән тәьмин итеү, балаларҙың уйын майҙансыҡтары хәле, етемдәр өсөн торлаҡ һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағыла. Был тәҡдимдәрҙең бөтәһе лә Башҡортостан Башлығына йүнәлтелде”, – тине Халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин.

Тәҡдимдәрҙең ҙур блогы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армия яугирҙәре һәм тылда Еңеүҙе яҡынлаштырырға ярҙам иткән яҡташтарыбыҙ хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.

Халыҡ фронты вәкилдәре экология темаларын да урап үтмәне, улар муниципалитеттарға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу механизмдары системаһын тәҡдим итте. Эксперимент йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда был системаны ойоштороу концепцияһы эшләнәсәк.

Ата-әсәләр йәмәғәтселеге һорауҙары буйынса эксперттар “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы бүленгән сертификат менән музыкаль мәктәптәрҙә уҡыуҙы түләп булыу мөмкинлеге тураһында башланғыс менән сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн балалар музыка мәктәптәре был исемлектә юҡ.

“Конференция барышында Халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәштәрен яңыртыу ҙа булды. Үҙенең вазифаһын һаҡлап ҡалған Шамил Вәлиевтән тыш, рәйестәш булып Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры Руслан Зәйнуллин һәм Халыҡ фронтының “Экология” тематик майҙансығы модераторы Морат Шафиҡов инде. Шулай итеп, төбәк штабы тағы бер юғары квалификациялы юрист менән тулыланды, уға юридик ҡараш кәрәк булған мәсьәләләр менән шөғөлләнергә тура киләсәк. Ә Морат Рим улы – экология өлкәһендәге алдынғы белгес, ул үҙен йәмәғәт эшендә лә тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Надежда Крылова менән Денис Мусин үҙ эшмәкәрлеген төбәк штабы составында дауам итәсәк, уларҙың белеме, тәжрибәһе беҙҙең дөйөм эштә бик кәрәк”, – тине Виталий Брыкин.

Фото: Башҡортостан йәмәғәт палатаһы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: