Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2021, 20:00

"Остаз" һеҙҙе көтә

Был проект республикала "Беҙҙең балалар" фонды тарафынан башланғыс алған. Проекттың эше ниҙән ғибәрәт?

"Остаз" һеҙҙе көтә
"Остаз" һеҙҙе көтә

30 ноябрҙә "Етем балаларға остазлыҡ" проекты эшенең төп һөҙөмтәләре һәм 2022 йылға маҡсат" тигән матбуғат конференцияһы булды. Унда, проектты ойоштороусыларҙан тыш, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфөнөң Ғаиләлә балаларҙы тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү үҙәге, Опека һәм балаларҙы яҡлау органы вәкилдәре, үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәре менән бер нисә остаз ҡатнашты.

Был проект республикала 2017 йылдан "Беҙҙең балалар" фонды тарафынан башланғыс алған. Уның эше нимәнән ғибәрәт? Балалар йорттарында тәрбиәләнгән йәки ҡараусыһыҙ ҡалған 12 йәштән өлкән етемдәрҙе хәстәрләү, оло тормошҡа әҙерләү, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмау, кешеләр араһында йәшәргә өйрәтеү маҡсаты ҡуйып, уларға ысын мәғәнәһендә ярҙамға килә алырлыҡ остаз беркетеү. Бында иң мөһиме - өлкән кеше (кәңәшсе, тәрбиәсе) менән бала араһындағы мөнәсәбәт үҙ-ара ышаныслы дуҫлыҡҡа ҡоролорға тейеш. Ағымдағы йылда проект Өфөнөң ике балалар йортонда, Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Бөрөлә, Учалыла, Салауатта тормошҡа ашырылған да инде. Уны финанслау 2022 йылдың авгусына тиклем дауам итәсәк. Әлегә ул Президент гранты, Башҡортостан Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү, "Балалар+", "Ҡояшлы ҡала" балалар мәрхәмәтлек фондтары ярҙамында эшмәкәрлек алып бара.

Осрашыуҙа проект етәксеһе Луиза Әлиуллина сығыш яһап, 2020 йылдың ноябренән быйылғы ноябрь айына тиклем башҡарылған эштәр, башланғыстың йүнәлеше, остаздар йәлеп итеү, уларҙы әҙерләү, ярҙам саралары, киләсәккә маҡсаттар тураһында һөйләне.

Проект Ғаиләлә балаларға тәрбиә биреүгә булышлыҡ итеү үҙәгендә иҫәптә торған, шулай уҡ ВИЧ диагнозлы етем үҫмерҙәргә ярҙам итеүгә өҫтөнлөк бирә. Әле ВИЧ-лы балалар һәм остаздар менән 11 пар булдырылған. Киләсәктә шәкәр диабеты, туберкулез сирле, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле ауырыуҙарҙы хәстәрләү буйынса эш алып барырға ниәтләйҙәр. Ноябрҙә проект Оло Ҡуғанаҡта һәм Бәләбәйҙә тормошҡа ашырыла башлаған. Әлеге ваҡытҡа 155 етем үҙ остазын тапҡан, уларҙа аралашыу уңышлы бара. Аңлашылмаусанлыҡ булған осраҡта остаздар һәр саҡ ойоштороусыларға шылтыратып, кәңәш-ярҙамға өмөт итә ала. Унда ҡатнашҡан малай-ҡыҙҙар буш ваҡыттарында кәңәшсе-тәрбиәселәре менән бергәләп балалар йортонан тыш донъя менән таныша, көнкүреш эштәрҙе башҡарырға өйрәнә, төрлө сараларҙа ҡатнаша, сәйәхәт итә - бер һүҙ менән әйткәндә, тормоштоң матур яғын күреп, яҡшылыҡҡа илһамлана.

Киләһе йылға ла маҡсаттар билдәләнгән: проектты тормошҡа ашырыу буйынса географияны ҙурайтыу, социаль әһәмиәтле сирҙәр буйынса эшмәкәрлекте киңәйтеү. Тағы ла 2022 йылда 60 пар булдырыу күҙаллана, йәғни шул тиклем балаға остаз табыу маҡсаты ҡуйылған. Проекттың әйҙәүсе психологы Динара Минһажетдинова барлыҡҡа килгән парҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, ниндәй эштәр башҡарыуҙары, тәрбиәләнеүселәрҙең быға ҡарашы, ойоштороусыларҙың уларға һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуҙары тураһында бәйән итте. Кем остаз була ала тигән һорауға ышаныслы рәүештә, балаларҙы яратҡан, уларҙы тыңлай, ишетә белгән, ысын мәғәнәһендә ярҙам итергә әҙер булған изге күңелле кешеләргә өҫтөнлөк бирелеүе билдәләнде. Ул тейешле тикшеренеү үткәс кенә (әңгәмә, медицина тикшереүе, тағы Эске эштәр министрлығынан уның хөкөмгә тарттырылмауы тураһында белешмә кәрәк) бала менән таныштыралар. Бер-береһен оҡшатҡан хәлдә, эмоциональ бәйләнеш булдырылһа, өс яҡлы килешеү төҙөлә, һәм улар бала-остаз парын тулыландыра ала.

Осрашыуға шулай уҡ өс остаз үҙ тәрбиәләнеүселәре менән килгәйне. Ни өсөн ошондай еңел булмаған эшкә тотонорға ҡарар иттегеҙ тигән һорауға уларҙың яуабы бер төрлөрәк булды: кем тураһындалыр хәстәрлек күрергә, ярҙам итергә, изгелек эшләргә ҙур теләк. Балалар ҙа бындай бәйләнештең мөһимлеген, кәрәклеген билдәләне. Ә бит был эшкә түләү ҙә, матди ярҙам да юҡ, тик кешенең изгелек ҡылыу теләге генә бар. Ниәттәр изге һәм бик кәрәкле, тик ниндәй генә башланғысҡа ла йәмәғәтселектең иғтибары, ярҙамы кәрәк. "Остазлыҡ" проекты ла ауыр тормош һынауҙарына дусар балаларға ысын йөрәктән изгелек ҡылырға, ярҙам итергә, уларҙың бер төрлө төҫһөҙ тормошона яңы сағыу биҙәктәр өҫтәргә теләгән ирекмәндәрҙе көтә. 

Фото: "Етем балаларға остазлыҡ" проекты сайты.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: