Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2021, 12:00

Ял иткең килһә, алдан хәстәрләргә кәрәк

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Алиса Шәмсетдинова Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Сәләм" тапшырыуына тура бәйләнешкә сыҡты.

Ял иткең килһә, алдан хәстәрләргә кәрәк

Үҙәк хеҙмәткәре һуңғы тәүлектә халыҡтың күберәк ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәне тураһында һөйләп ишеттерҙе.

Һауа торошо үҙгәреп, көндөң берсә йылынып, берсә һыуытып китеүе юлдың тайғаҡланыу хәүефен тыуҙыра. Ошоға бәйле халыҡтың борсолоуҙары артҡан. Юл мәсьәләһе буйынса 143 мөрәжәғәт теркәлгән.

Ә иң күп мөрәжәғәттәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә ҡағыла – 159. Альбина Шәмсетдинова һүҙҙәренә ҡарағанда, кисә баш ҡала хакимиәтендә оператив штаб ултырышы булған, халыҡ йылылыҡ буйынса мөрәжәғәт итә башлаған. Өсөнсө урында – төҙөкләндереү эштәренә бәйле һорауҙар. “Башҡорт ихаталары”, йорт ихаталарын таҙартыу мәсьәләләренә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр күп.

Артабан һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса бихисап һорау теркәлгән – 108. Алдағы көндәр менән сағыштырғанда, был күберәк. Уның ҡарауы, коронавирусҡа бәйле һорауҙар кәмей төшкән. Уҙған тәүлектә мәғариф өлкәһенә ҡағылған һорауҙар иң күп урынды биләгән булһа, бөгөнгә ҡарата был мәсьәлә бишенсе урынға төшкән.

Инде декабрь айы ла етте, Яңы йылдың оҙайлы ялдары көтөлә. Халыҡ ҡайҙалыр ял итергә барырға булһа, куар-кодтарға бәйле һорауҙар, мәҫәлән, самолетҡа ултырғанда, килеп тыуыуы ихтимал. Был һорауҙарға Үҙәккә саҡырылған вәкил – Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак яуап бирҙе. “Әле илдең Транспорт министрлығы башҡа ведомстволар менән берлектә был мәсьәлә буйынса фекер алыша, – тине ул. – Шулай ҙа ял итергә барырға теләүселәргә алдан уҡ был мәсьәләне хәл итеп ҡуйырға кәңәш итер инем. Ни тиһәң дә, әле ҡатмарлы ваҡыт, быны Европа илдәре миҫалында ла асыҡ күрергә була. Закон ҡабул ителеп, талаптар үҙгәреүе лә ихтимал. Шуға ла, аҙаҡтан ҡыйын хәлгә тарымаҫ өсөн, куар-код булғаны яҡшы”. Был самолеттарға ғына түгел, ҡала-ара, халыҡ-ара рейстарҙағы бөтә төр транспортҡа ла ҡағыла.

Бөгөндән республикала вирус таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн индерелгән талаптарға үҙгәрештәр өҫтәлде. Улар шифаханаларға, ял йорттарына, ял базаларына, ҡунаҡханаларға ҡағыла. Анна Казак яңы тәртипте аңлатып үтте. Яңы талаптарға ярашлы, бөгөндән кешеләргә күпмелер ваҡытҡа йәшәү урынына әйләнгән шифахана-курорт учреждениеларына куар-код менән генә урынлашып була. Республиканың баш санитар табибы Башҡортостан Башлығының үҙгәрештәр тураһындағы указын ентекләп уҡырға кәңәш итте. “Унда яҙылған талаптар беҙҙәге эпидемиологик хәлгә тулыһынса тап килә”, – тине ул.

Республика буйынса баш дәүләт санитар табибы ҡарарына ярашлы, 18 декабргә тиклем граждандарҙың айырым категориялары ковидҡа ҡаршы вакцина һалдырырға тейеш. Сәнәғәт предприятиелары, ауыл хужалығы тармағы өсөн был көн 30 декабрь тип билдәләнгән. Билдәләнгән ваҡыттан һуң, эш менән тәьмин итеүселәр ойошмалағы хеҙмәткәрҙәрҙең 80 процентын вакциналауға ирешмәгән икән, уларға ҡарата штраф ҡулланылыуы мөмкин. “Граждандарға иһә, һаулыҡтарын хәстәрләп, прививка яһатырға кәңәш итә генә алабыҙ”, – тип билдәләне Анна Казак.

Фото: скриншот.

Ял иткең килһә, алдан хәстәрләргә кәрәк
Автор:Равиля Гатауллина