Йәмғиәт
2 Декабрь 2021, 07:00

Иң күп хәбәр ниндәй темаға?

Үткән тәүлектә республика халҡын нимә борсоно? Социаль селтәрҙәрҙә иң күп хәбәр ниндәй темаға булған?

Иң күп хәбәр ниндәй темаға?Иң күп хәбәр ниндәй темаға?
Иң күп хәбәр ниндәй темаға?

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары буйынса беренсе урында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – 68 хәбәр теркәлгән. Артабан социаль (50), һаулыҡ (47), юл (42), төҙөкләндереү (35) мәсьәләләре килә.

Һауа торошо үҙгәреү менән юлдарға ҡағылған проблемалар буйынса теркәлгән инциденттар икенсе урынға күсте. Ләкин был тема республика халҡын йыл әйләнәһенә борсой. Мәҫәлән, 2021 йылдың башынан Дүртөйлө – Нефтекама юлы тураһында халыҡ күп яҙҙы. Был юл бер нисә район аша үтә, машиналар ҙа унан ярайһы уҡ күп йөрөй.

Быйыл көҙ республиканың Юл хужалығы идаралығы Дүртөйлө – Нефтекама юлының айырым участкаларын ремонтланы. Эш киләһе йылда ла дауам итәсәк.

Республиканың бөтә юлдарын бер көндә йәки бер йылда төҙөкләндереү мөмкин түгел. Әммә халыҡты ошо өлкәлә иң ныҡ борсоған проблемалар Республикаға идара итеү үҙәге тарафынан контролдә тотола.

Үҙәк яһаған аналитика күрһәтеүенсә, ата-әсәләр пособиелар буйынса ҡарарҙарҙың оҙаҡ сығарылыуына зарлана. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәр ғаризаны ентекләп тикшерә, теге йәки был ғаиләгә пособие тейешме-юҡмы икәнлеген билдәләй. Мәғлүм булыуынса, ғаризалар 30 көн ҡарала. Шуға ла уны яҙыу менән шул уҡ көндә яуап көтмәгеҙ. Һуңыраҡ ҡарар Дәүләт хеҙмәттәре сайтындағы шәхси кабинетҡа ебәрелә.

Махсус чат-ботта теләгән һәр кеше үҙенең исем-шәрифен яҙып, был пособиеға хоҡуҡлы булыу-булмауын  белә ала. Чат-ботҡа һылтанма https://t.me/posobie 3_7_02_bot.

Әйткәндәй, “Сәләм” тапшырыуында рус телендә тура эфир көн һайын – 8 сәғәт 40 минутта, башҡорт телендә шишәмбе һәм кесаҙнала 8 сәғәт 10 минутта башлана.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас