Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2021, 22:30

Йәмәғәт транспортында хәл ҡатмарлы

Республикабыҙҙа “Автобус” махсус операцияһы бара.

Йәмәғәт транспортында хәл ҡатмарлы
Йәмәғәт транспортында хәл ҡатмарлы

Башҡортостанда йәмәғәт транспортында тикшереү дауам итә. Был бурысты Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Өфө ҡалаһы буйынса бүлеге, Өфө ҡалаһының транспорт һәм бәйләнештәр идаралығы, Транспорт өлкәһе буйынса күҙәтеү федераль хеҙмәте дәүләт автомобиль күҙәтеүенең Көнбайыш-Урал төбәк-ара идаралығы башҡара.

Әйткәндәй, республикабыҙҙа “Автобус” махсус операцияһы бара. Быға яуаплылар йәмәғәт транспортының техник торошон ғына түгел, ә уларҙың тахограф менән тәьмин ителешен, водителдәрҙә путевканың булыуын, уларҙың рейсҡа ял итеп сығыу-сыҡмауын да асыҡлай. 22 ноябрҙән алып 26 ноябргә хәтлем 180 тирәһе автобус тикшерелгән, шуның яртыһында тиерлек етешһеҙлектәр табылған. Транспорттың техник торошоноң насар булыуы, хәүефһеҙлек ҡайышындағы кәмселектәр, юл йөрөү мәҙәниәтен белмәүҙәре, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндергәндәге хаталар һәм башҡа етешһеҙлектәр - шуға асыҡ миҫал. Ә штраф туҡталҡаһына йыл башынан алып 90 автобустың бикләнеүен нисек аңларға? 2021 йылдың 10 айында Өфө юлдарында 52 юл-транспорт ваҡиғаһы нәҡ автобус водителдәре тарафынан теркәлгән, үҙ сиратында 84 кеше төрлө тән йәрәхәте алған.

Башҡортостан Башлығының “Коронавирус инфекцияһына бәйле юғары әҙерлек режимын индереү тураһында”ғы Указы ла йәмәғәт транспортында һүлпән үтәлә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, водитель булһынмы ул, пассажирмы - йәмәғәт транспортында бөтәһе лә битлек кейергә тейеш.

Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: