

Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған кәсептәрҙең береһе – ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙы һәр ауылда тиерлек осратырға мөмкин.
Ә бына, атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, атаһының шөғөлөн тик үҙе өсөн, күңел ҡушыуы буйынса башҡарыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шундайҙарҙың береһен Хәйбулла районына сираттағы командировкаға барғанда осратырға һәм яҡындан танышырға форсат тейҙе.
Динис Илбәков Хәйбулла районының Степной ауылында йәшәй. Һөнәре буйынса Аҡъяр ауылына йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан, буш ваҡытын күңеле ҡушҡан шөғөлгә бағышлай. Йорт ихатаһындағы бер бинаны оҫтаханаға әйләндереп ала. Унда ағас эшкәртеү станогы, электр лобзигы, шымартҡысы һәм башҡа кәрәк-яраҡтың барыһын да үҙе һатып алған. Тик ваҡыт яғы тар булыу сәбәпле, уға яратҡан шөғөлө менән ял көндәрендә генә булышырға тура килә.
– Һәр шөғөлдөң үҙ нескәлектәре булған кеүек, ағас эше лә бик сетерекле, – ти Динис. – Әгәр тимерҙе яңылыш ҡырҡып ебәрһәң, уны ҡайтанан йәбештерергә була, ә ағасты саҡ ҡына яңылыш быстыңмы, эшең юҡҡа сыға, шуға күрә бында ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тигән әйтемгә тулыһынса таяныу мотлаҡ. Күңел ҡушыуынан ғына башланған эшемдә хәҙер ярайһы уҡ тәжрибә тупланым. Тәүге ултырғыс-өҫтәлдәрем нисектер ябайыраҡ килеп сыҡһа, әле уларҙы төрлөсә семәрләп тә ебәрәм. Үҙемә, туғандарыма эшләнем, һораусылар булһа, уларҙың да теләктәренә ҡаршы килмәйем.
Шулай ҙа “үҙ эшеңде асырға уйламайһыңмы?” тигән һорауҙы бирмәйенсә түҙмәнем. “Юҡтыр. Бәлки, аҙаҡ күҙ күрер. Ағас ныҡ ҡыйбат”, – тип яуап ҡайтарҙы әңгәмәсем. Кем белә, бәлки, киләсәктә Динис Илбәковтың да ағас эшкәртеү йә иһә мебель эшләү цехы булыр әле. Әлегә ул өйрәнә, ағас эше менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, ә инде өйрәнсек үҙен һөнәрсе итеп тойһа, ул сағында, һис шикһеҙ, эшҡыуарлыҡҡа ла тотонор.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.