Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 15:30

"Автомобилегеҙҙе ҡалдырмағыҙ - ҡамасаулай"

Өфө ҡалаһының махсус хеҙмәттәре автоһәүәҫкәрҙәргә мөрәжәғәт итте.

"Автомобилегеҙҙе ҡалдырмағыҙ - ҡамасаулай""Автомобилегеҙҙе ҡалдырмағыҙ - ҡамасаулай"
"Автомобилегеҙҙе ҡалдырмағыҙ - ҡамасаулай"

Ямғырлы көндәрҙән һуң Башҡортостанға йәнә ҡыш килде. Бөгөн Өфөлә көндөҙ күп итеп ҡар яуҙы.

Баш ҡала хеҙмәттәре әҙерлек режимында һәм һауа шарттары үҙгәреүгә бәйле оператив эш итергә әҙер. Бөгөн көндөҙ урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн 234 берәмек махсус техника һәм 595 юл эшсеһе йәлеп ителде.

Әлеге ваҡытта ҡаланың үҙәк урамдарын, йәмәғәт транспорты туҡталышын, тротуарҙар, күперҙәр һәм юл үткәргестәрен таҙартыу бара. Ҡар таҙартыусы техника шулай уҡ Өфөнөң алыҫтағы биләмәләрендә лә эшләй. Мөмкин булғанса күберәк кешене һәм техниканы йәлеп итеп, әүҙем рәүештә ихаталарҙы ла ҡарҙан таҙарталар.

Ҡала хеҙмәттәре автоһәүәҫкәрҙәрҙе юлдарҙа иғтибарлы булырға, хәрәкәт ҡағиҙәләрен һәм тиҙлек режимын үтәргә саҡыра. Шулай уҡ юл буйҙарында автомобилдәрҙе ҡалдырмауҙы үтенәләр, сөнки был юлды сифатлы таҙартыуға ҡамасаулай.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас