Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 05:45

Бәйләмдәрҙә – йәйғор төҫө

Милли нағыш менән йорт биҙәү – халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең береһе. Һуңғы ваҡытта күп ҡатын-ҡыҙҙың бәйләм, тегеү һәм төрлө биҙәүестәр эшләү шөғөлөн ҡайтанан үҙ итеүҙәре, уларға заманса биҙәктәр өҫтәп, күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу һәм матур ҡул эштәре барлыҡҡа килтереүҙәренә һоҡланырға ғына ҡала.

Әбйәлил районы ҡыҙы Йомабикә Фазылованың да Хәйбулла далаһын үҙ итеүенә байтаҡ йылдар үткән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул үҙенең күптән ҡулы теймәгән яратҡан эшенә тотона. Бәйләм һәм ырғаҡ менән сигеү хатта уның күңел йыуанысы һәм “сер­ҙәш”енә әүерелә. Оҫта ҡул­дары менән йәйғор төҫөндәй төрлө сағыу бәйләмдәр тыуҙырһа, күңеле менән иман һәм изгелек таратҡан Йомабикә Әүәл ҡыҙын Степной ауылында олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә. Үҙе Аҡъяр мәсетенә йөрөп, ислам нигеҙҙәренә төшөнә, йома намаҙҙарына йөрөй. Хәҙер үҙе белгәндәрен ауылдаштарына өйрәтә.

Коронавирус сире панде­мияһына тиклем ауылдың ағинәйҙәре бергәләшеп аҙна һайын йо­ма намаҙ­ҙарын ҡалдыр­май, Ҡорбан ғәйетен, Ураҙа, Мәүлит байрамдарын үткәрә. Әле Йомабикә инәй күберәк ҡул эштәре менән булыша, ҡыҙы Гөлнара ла ярҙамға килә. Төрлө ептәрҙән диван, ултырғыс япмалары, арҡыры һәм буй юрғандар, йылы ойоҡбаштар, күҙҙең яуын алырлыҡ селтәр-хәситәләр – барыһын да үҙ ҡулы менән башҡара ул.

– Бәйләмдәремде балаларыма, ейәнсәрҙәремә бүләк итәм, үҙемдең йортомдо ла йәмләп, балҡытып тора. Эш­тәремә ҡарап, күңел күтәрелә, ҡулға шунда уҡ бәйләмемде алғы килә башлай, – ти әңгәмәсем.

Әйткәндәй, Йомабикә Әүәл ҡыҙының төрлө пакеттарҙы ҡырҡып, шуларҙы еп итеп, иҙәнгә буй балаҫ эшләп ултырыуына шаҡ ҡаттыҡ. Ана бит әҙәм балаһы хәҙер ныҡлы епте нимәнән генә яһамай. Баҡ­тиһәң, күптәр уйлап та бир­мәгән, көндәлек әйбер һалып алып ҡайтҡан пакеттарҙан да еп эшләргә мөмкин икән. Киреһенсә, улар ныҡ була, ти оҫта ла.

Бар яҡлап бәхетле ул: донъяға һөйөнөп баға, бер ҡулынан Ҡөрьән китабын тө­шөрмәй, икенсеһендә бәй­ләмдәренән нур тама. Дүрт балаға ғүмер биреп, әле 11 ейән-ейәнсәрен һөйөп, бер бүләһен күреп, бәхетле ғүмер кисерә.

 

Кәримә УСМАНОВА

Әбйәлил районы.

Читайте нас