Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 05:32

Челленджға һин дә ҡушыл!

Республикабыҙҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында бихисап күләмле, маҡсатҡа ярашлы эштәр башҡарыла.  Ошо көндәрҙә Башҡортостандың өс ҡалаһында – Салауатта, Күмертауҙа һәм Стәрлетамаҡта “Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт” проектының резиденциялары асылды.

Киләһе ике аҙнала бындай резиденциялар тағы 12 урында – Сибай, Нефтекама, Ағиҙел, Межгорье, Октябрьский ҡалаларында һәм Өфөнөң ете районында асыласаҡ. Шулай итеп, “Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт” проекты өҫтөндә беҙҙә 15 резиденцияла эш алып барыласаҡ.

Проекттың координаторы Вито Сабиров әйтеүенсә, “һәр резиденция – ул саралар ойоштороу буйынса шартлы майҙансыҡ, уларҙы ҡала мәктәптәренең иң әүҙем уҡыусылары тормошҡа ашырасаҡ”. Йыл дауамында уҡыусылар нетворкингтарҙа, шәхси үҫеш тренингтарында, интерактив сессия­ларҙа, ижади осрашыуҙарҙа ҡатнашасаҡ, башҡа мәктәптәрҙәге тиҫтерҙәре менән танышасаҡ.

Проекттың тәүге осрашыуҙары уҡыусыларҙы берләштергән. Балалар, тематик флешмобтар ойоштороп, бер-береһенә саҡырыу (челлендж) башлап ебәрҙе, улар бер ҡаланан икенсе ҡалаға тапшырыла.

– “Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт” проекты – 2019 йылда нигеҙ һалынған “Үҫеш биләмәһе” форумының матур дауамы. Беҙ, проектта уҡыусылар өсөн яңы алымдар ҡулланылған ҡыҙыҡлы майҙансыҡтар булдырып, иң яҡшы тәжрибәләрҙе файҙаланып, уларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ. Уҡыусылар үҙҙәренә ниндәй йүнәлештәр кәрәклеген, йәғни ҡыҙыҡлы булыуын үҙҙәре һайлай, – тип билдәләне “Бәхет биләмәһе” фондының Попечител­дәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова.

Проект, йыл дауамында ғә­мәлгә ашырылып, 2022 йылдың яҙында “Үҫеш биләмәһе” республика форумы менән тамам­ланасаҡ.

“Мәғариф” милли проектына ярашлы эштәр республиканың колледждарына ла яңы мөмкин­лектәр аса. Мәҫәлән, Башҡорт­остан Республикаһының Йылдам һөнәри үҫеш үҙәгендә WiederKraft компанияһы менән берлектә стратегик сессия булды. Сараға ярашлы, белгестәр төбәгебеҙҙә “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) йүнәлештәрен – “Автомобилдәрҙе буяу”, “Еңел автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү”, “Кузов ремонты” буйынса һөнәр биреүҙе үҫтереү мәсьәләләрен ҡараны.

–  Тәү сиратта, беҙ һөнәри белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһының төбәктең генә түгел, илдең алдынғы предприятиелары кимәленә тиңлә­шеүен теләйбеҙ. Колледжды тамамлаусылар заманса ҡорамал­дарҙа производство бурыстарын үтәй белергә тейеш. Ә был партнерҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән осраҡта ғына мөмкин, –  тине мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова.

Өфө автотранспорт колледжында “Автомобилдәрҙе буяу” йүнәлеше буйынса ҡорамалдар менән танышыу, шулай уҡ IX “Йәш профессионалдар” (Worldskills Russia) милли чемпионатының финалына ярашлы йыһазлан­дырылған ҡорамалдар нигеҙендә производство мастерҙарын уҡы­тыу һәм автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү” компетенцияһы буйынса асыҡ дәрес ойошторолдо.

 WiederKraft компанияһынан спикерҙар сифатында һатыуҙар бүлеге етәксеһе Даниил Алтунин, “Кузов ремонты” йүнәлеше буйынса бүлек етәксеһе Денис Верхотурцев сығыш яһаны. Сарала һөнәри белем биреү ойошмаларынан 30-ҙан ашыу мастер һәм уҡытыусы ҡатнашты.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас