Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 05:44

Чемпион үҫтергән ғаилә

Зәйнәғәбдиновтар – ауылдың ғорурлығы.

Ауылдың йәнә бер матур, йәш ғаиләләренең береһе – Зилә менән Флүр Зәйнәғәбдиновтар. Икеһе лә Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән йәштәр 1997 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Биш балаға ғүмер бирәләр.

Өлкән ҡыҙҙары Рүзиләнең хәҙер үҙ ғаиләһе бар, Тамерлан исемле ейән дә бүләк иткәндәр. Икенсе ҡыҙҙары Ғәлимә Өфө дәүләт нефть техник университетының IV курсында белем ала, Нияз, Гөлзәр – мәктәп уҡыусылары, ә төпсөктәре Надир балалар баҡсаһына йөрөй, уға дүрт йәш.

Зәйнәғәбдиновтар – ысын мәғәнәһендә ауылда үҙ көстәре менән йәшәгән, балалар үҫтереп, бынамын итеп донъя көткән ғаиләләрҙең береһе. Заман уңайлыҡтары булған күркәм, матур йорт һалғандар. Кәртә тулы мал, ҡош-ҡорт, ә техниканың ниндәйе генә юҡ?! Ҡоролоҡ йылы тип тормай, бер-бер артлы теҙелгән кәбәндәр ҙә ғаиләнең тырыш һәм уңған булыуы хаҡында һөйләй.

– Ауылда эш юҡ, әммә иртә таңдан ҡара кискә тиклем ултырырға ла ваҡыт юҡ, – тип йылмая йорт хужабикәһе. – Унлаған һыйыр һауам, уның ағын эшкәртеп, һауыт-һабаны йыуып алғансы, төш етә, артабан ҡош-ҡорт, мал-тыуар көтөп тора. Етеш, мул йәшәргә теләһәң, үҙеңә лә ҡырмыҫҡа кеүек туҡтамай эшләү кәрәк. Балаларҙы ла бар яҡлап үҫтерергә тыры­шабыҙ. Улыбыҙ – милли көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә чемпион, Гөлзәр “5”-кә генә өлгәшә, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Улар менән төрлө конкурстарҙа даими сығыш яһайбыҙ, ауылда мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ.

IX класта уҡыған Нияз V кластан алып тренер Илфат Дәү­ләтбаевтың милли көрәш секцияһына йөрөй. Быйыл ул Ҡазан ҡалаһында милли көрәш буйынса ярышта Башҡортостан данын яҡлаған. Ауылдашы Рөстәм Дәүләтбаев менән бергә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ун көн күнекмәләрҙә булып, республика команда составында Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу бәхете тейә уға. Икеһе лә һынатмай, үҙ категорияларында еңеүсе исеменә лайыҡ булып, чемпион исемен яулай. Тап ошо спорт өлкәһендәге уңыштары өсөн Нияз стипендияға лайыҡ була.

Әйткәндәй, Баймаҡ районының Юлыҡ төп белем биреү мәктәбенә  көрәш буйынса ике тапҡыр Европа, өс тапҡыр Рәсәй чемпионы Марсель Йосопов үҙе килеп, йәш көрәшселәргә оҫталыҡ дәрестәре биреп китә. Тимәк, киләсәктә лә Юлыҡ ауылы көрәшселәренең еңеүҙәре күп булыр әле.

Баймаҡ районы.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас