

“Бөгөн мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр көнө. Яҡташыбыҙ Абзай ауылы ҡыҙы, һоҡланыу тыуҙырған йәш, талантлы яҡташыбыҙ тураһында һөйләргә теләйем. Ләйсан йырларға ярата, төрлө республика конкурстарында һәм фестивалдәрендә даими рәүештә ҡатнаша. Маҡсатлы ҡыҙҙың наградалары күп. Ләйсән Өфө сәнғәт училищеһын тик яҡшы билдәләр менән тамамлай, бөгөн дә баш ҡаланың ике юғары уҡыу йортонда белем алыуын дауам итә.
"Һәләтле балалар — Рәсәйҙең киләсәге" энциклопедияһы исемлегенә индерелгән, уға "ЮНЕСКО-ның йәш рәссамы" исеме бирелгән. Волга буйы федераль округында үткәрелгән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн асыҡ фестивалдең "Вокал" номинацияһында 3 урын яуланы. Бынан тыш, Ләйсән еңел атлетикала, дзюдо көрәшендә, армреслинг спортында юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Сибайҙа "Ирәндек моңдары" конкурсында ҡатнашты. Яңыраҡ уның яңы йыры сыҡты, уны тыңларға тәҡдим итәм.
Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, Ләйсән! Уңыштар теләйбеҙ!” – тип яҡташы тураһында ғорурланып яҙған Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гординеко.
Ләйсән Нурыеваның репертуарында утыҙлаған йыр бар. Көслө рухлы ҡыҙ менән ғорурланмау мөмкин түгел, күреү һәләтен юғалтыуға ҡарамаҫтан, һәр көнөнән йәм табып йәшәй белә.
Фото Зөһрә Гордиенконың социаль селтәрҙәге диуарынан алынды.