

Коронавирус менән ауырыуын үткәргәндәр йыш ҡына сәс ҡойолоуына зарлана. Берәй һыналған ғына ысул юҡмы, тип мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар.
Сәстәрҙе нығытыр өсөн, төрлө витаминдар менән бергә, маскалар эшләү кәрәк. Бының өсөн ысынлап һыналған, иң мөһиме һөҙөмтәле ысул тәҡдим итәбеҙ.
Беҙгә 1 йомортҡаның һарыһы, 1 бал ҡалаҡ тоҙ, 1 бал ҡалаҡ дегәнәк майы (репейное масло), 1 бал ҡалаҡ зәйтүн майы кәрәк буласаҡ. Уларҙы бер һауытҡа һалып, тоҙ иреп бөткәнсе болғатабыҙ. Артабан килеп сыҡҡан ҡатнашманы яҡшылап сәс төптәренә һылайбыҙ. Башты йылыла тотор өсөн шыптыр кейеп, өҫтөнән башлыҡ йә яулыҡ ябынып ҡуябыҙ. Бер сәғәт тирәһе тотҡандан һуң йомшаҡ шампунь менән йыуып төшөрәбеҙ. Был масканы аҙнаһына бер тапҡыр эшләп торһаң, һөҙөмтә көттөрмәҫ. Сәстәр ҡойолоуҙан туҡтап, ҡуйырып, үҫеп китә.
Фото pixabay.com