Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 14:30

Венер Исхаҡов һөнәрен алмаштырған...

"Замандан бер аҙымға алда бармаһаң, бер уй-ниәтең дә тормошҡа ашмаясаҡ", – ти ул.

Венер Вәкиловтың шәхси альбомынанВенер Вәкиловтың шәхси альбомынан
Фото:Венер Вәкиловтың шәхси альбомынан

Венер Исхаҡов тураһында матбуғатта мәҡәләләр йыш баҫыла. Бынан тыш, ул үҙе лә социаль селтәрҙә әүҙем яҙыша.

"Бөгөн шундай етеҙ темптағы осорҙа йәшәйбеҙ, замандан бер аҙымға алда бармаһаң, бер уй-ниәтең дә тормошҡа ашмаясаҡ", – ти ул.

Венер Вәкил улы - педагог, әле Ейәнсура аргосәнәғәт колледжында мастер булып эшләй. Һөнәрен яратып башҡара, хеҙмәттәштәре араһында хөрмәте ҙур, студенттар педагогтың дәресен көтөп ала. Венер Исхаҡовтың студенттары республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, йыш ҡына тәүге урындарҙы яулай.

Ошо көндәрҙә уның һөнәрен алмаштырыуы хаҡында ишетелеп ҡалды. Баҡтиһәң, Венер Вәкил улын ошо йүнәлеш буйынса юғары вазифаға үрләтеүҙәре ихтимал икән. Яҡташыма уңыштар!

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас