

Бынан бер нисә йыл элек Яңауыл ҡалаһында гармунсыларҙың Фәтих Ихсанов исемендәге республика “Моңға бай гармун байрамы”н яҡтыртыу бәхете тейҙе. Сарала кемдәр генә ҡатнашманы, бик күп дуҫ-иштәремде осраттым, шул уҡ ваҡытта бер нисә кеше менән таныштым. Шуныһы, уларҙың барыһы ла, сәхнә түренә күтәрелеп, талантын күрһәтте! Ә тамашасылар иһә һәммәһен дә тын ҡалып тыңланы.
“Кешегә инәлеү кәрәкмәне...”
Айырым да сығыш яһанылар, ансамблдәр ҙә үҙ-ара көс һынашты. Конкурсанттар араһында тыумышы менән Миәкә районының Илсеғол ауылынан булған Фәнир Миһрановтың сығышы күптәрҙе таң ҡалдырҙы, ул диплом менән бүләкләнде. Улай ғына ла түгел, жюри Фәнир Ғилметдин улы етәкселегендәге “Дим” ансамбленә беренсе урынды бирҙе. Аҙаҡтан фойела осрашҡанда талант эйәһенән уңыш серен һорамай түҙмәнем. “Сәхнәлә күренеүегеҙ менән олоһо ла, кесеһе лә гөж килеп ҡул сабырға тотондо, ул һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет. Һеҙҙе һәр ерҙә лә әлеге шикелле ҙур хөрмәт менән ҡаршы алалармы?” – тип һораным. Сәнғәт кешеһе баҫалҡы ғына тауыш менән былай тине:
– Бер ҡасан да яһалмалыҡҡа юл ҡуйманым. Эштә лә, бүтән ерҙә кешеләр араһында йөрөгәндә лә үҙемде нисек тотам, сәхнәлә лә шул көйөнсә ҡалам. Яһалма йылмайыу йәки төрлө образдарға инеү – минең өсөн ят күренеш. Әңгәмәсемдең һүҙҙәренән “ябайлыҡта – бөйөклөк” тигән хәҡиҡәтте аңланым.
Фәнир ағайҙың тыуған төйәге Илсеғол ауылында бер тапҡыр ғына булманым. Ошо тарафтарға һәр саҡ талпынып торам һәм бай тәьҫораттар менән ҡайтам. Халыҡтың ихласлығы күңелемде әсир итә, мосолмандарға хас булған ҡунаҡсыллыҡ был яҡтарҙа ярылып ята. Иң мөһиме, бында ябай, әммә йөрәге тулы моң һәм күңелдәре бай булған кешеләр ғүмер кисерә.
...Фәнир исемле малай сәнғәткә бәләкәйҙән үк ғашиҡ булған. Ул йәйгеһен тиҫтерҙәре шикелле йылға буйынан ҡайтып инмәгән, ҡыш иһә боҙҙа сәкән һуҡҡан, башҡа төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙы ойоштороусыларҙың береһе һаналған. Әммә ҡулынан гармунын төшөрмәгән. Мәктәптәге төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнаған. Әйтеүҙәренсә, бер байрам да унан башҡа үткәрелмәгән. Элек бит художестволы үҙешмәкәрлек конкурстары йыш ойошторолған. Райондан айырмалы, хатта республика смотр-конкурстарында ла үҫмер һәр саҡ ҡатнашҡан. Өҫтәүенә, бәйгеләрҙә йыш ҡына алдынғы урындарға сығып, туғандарын һәм яҡындарын ҡыуандырған, етмәһә, мәктәп данын бүтән төбәктәргә таратҡан. Тиккә генә ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алыу менән егетте Илсеғол ауылы клубына мөдир итеп тәғәйенләмәгәндәр.
– Үҙем йәш кенә, ә ҡайһылай ҙур мәҙәниәт йортона етәксе итеп үрләтеп, ышаныс белдергәндәр, – тип үткәндәрҙе иҫләй Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнир Миһранов. – Ул осорҙо йылы хәтирәләр менән генә иҫкә алам. Төрлө иҫтәлекле ваҡиғаларға бәйле ҡыҙыҡлы саралар ойоштороу хәтерҙә. Халыҡ һәр береһенә эркелеп килә ине, тамаша залы һәр саҡ тулы булды, урын етмәгәндәр стена буйындағы эскәмйәгә ултырып ҡарай торғайны. Тағы ла бер мөһим күренеш, ниндәй ҙә концерт ҡуйыу өсөн кешегә инәлеү кәрәкмәне. Береһенән-береһе моңло тауышлы йырсылар күп, бейегәндә сәхнә тар тойолған бейеүселәр менән дан тотто ауылыбыҙ, ә инде гармунсылар алға килеп баҫһа, халыҡ танһығы ҡанмайынса береһен дә шаршау артына ебәрмәне. Бына шундай күңелле заманда йәшәнек.
Гармун моңдарына сорнап йәшәтә
Ниндәй егеттең ялтырап торған һалдат ҡайышын таҡҡыһы килмәһен, ти! Әрмелә хеҙмәт итмәнең икән, ҡыҙҙар һине күреү менән урап үтәсәк бит, ояты ни тора! Фәнир ҙә 18 йәше тулыуға армияға юллана, әлбиттә, гармун көйө оҙатыуында. Өҙҙөрөп гармунында үҙе уйнағанда иһә апай-еңгәйҙәр күҙ йәшенә ирек ҡуйған хатта. Үҙемдән сығып әйтәм, әрмелә саҡта һалдаттар күңел бушлығын төрлөсә тултыра. Кемдер ҡуйын дәфтәренә ниҙер сыймаҡлай, икенселәр йыр-моңдан айырылмай. Командирҙары Башҡортостандан килгән һалдаттың был талантына иғтибар итмәй ҡала буламы? Һәләтле яҡташыбыҙҙы ғәскәри частың үҙешмәкәр коллективына йәлеп иткәндәр. Ә инде төрлө милләттән хасил булған ошо татыу коллектив, һағышлы йырҙар башҡарып, дәртле бейеүҙәр күрһәтеп, күңел ҡылдарын сиртерлек гармун моңдарын ишеттереп, тотош полктағы һалдаттарҙың туғандарына, тыуған яҡтарына ҡарата һағышын баҫыуға үҙенең өлөшөн индергән.
Фәнир Ғилметдин улының һүҙҙәренә ҡарағанда, республикабыҙҙа мәҙәниәт тармағына иғтибар көслө бүленә, сәнғәт өлкәһендә иҫ киткес ҙур уңыштар бар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе менән сығышында мәҙәниәт һәм сәнғәт тармағының айырым телгә алыныуы – оло мәртәбә, республика етәксеһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтеүе – барыһы өсөн дә юғары баһа. Радий Фәрит улының “беҙ һеҙҙең менән театрһыҙ, концертһыҙ, киноһыҙ, әҙәбиәтһеҙ йәшәй алмайбыҙ” тип белдереүе күпте раҫлай.
Хоҙай биргән талантынан тыш, Фәнир Миһрановтың оҫта ойоштороу һәләттәрен дә телгә алмау мөмкин түгел. Етәксенең атайҙарса хәстәрлеге арҡаһында мәҙәниәт усағының матди-техник базаһы шаҡтай яҡшырған. Мәҫәлән, музыка уйын ҡоралдары етерлек алынған, костюмдар даими рәүештә яңыртыла. Гастролдәрҙең һәр ваҡыт уңышлы барыуы үҙешмәкәр артистарға үҫешкә көслө этәргес бирә. Әйткәндәй, Фәнир ағай – бына 30 йылдан ашыу инде Садовый ауылы клубында мөдир. Хеҙмәттәштәренең һүҙҙәре менән нарыҡлағанда, Фәнир Ғилметдин улы – тотош ауылды гармун моңдарына сорнап йәшәтеүселәрҙең береһе.
Хеҙмәт кешене биҙәй, тибеҙ. Был һүҙҙәр мәҡәлә геройым Фәнир Миһрановҡа ҡарата әйтелгән кеүек. Әңгәмәсем фиҙакәр хеҙмәте һәм тырышлығы менән яҡташтары араһында ҙур абруй яулаған. Ошо йылдар эсендә ул төҙөгән художество үҙешмәкәр коллективтарында күпме кеше ҡанат нығытты икән? Иҫәпләп-һанап бөтөрөрлөк түгел. Бынан тыш, остаз әллә күпме йәштәрҙе оло сәхнәгә сығарған, ҙур бейеклектәр яуларға булышлыҡ иткән. Һәр береһе бөгөн уға сикһеҙ рәхмәтле.
– Садовый ауылының концерт бригадаһы менән ҡайҙа ғына сәфәргә юлланманыҡ, – тип дауам итә һүҙен Фәнир ағай. – Күршеләребеҙ Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Әлшәй, Бишбүләк райондары – шуға асыҡ миҫал. Һәр ерҙә ихлас ҡабул итеүҙәре ҡанатландыра. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе Ырымбур өлкәһендә лә яҡшы беләләр, ауыл артистарын әллә ҡайҙан таныйҙар.
Һәр кем үҙенсә бәхетле
Бөгөн Садовый ауыл клубы гөрләп тора икән, бында Фәнир Ғилметдин улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. “Беҙҙең клуб иртә ябыла”, “ауылыбыҙ клубында йоҙаҡ эленеп тора”, “эшләргә кеше булмағас, клуб инде нисә йыл бикле” тигән ялыу ише мөрәжәғәттәрҙе йыш ишетергә мөмкин. Эшмәкәрлеге яҡшы көйләнгән мәҙәниәт усағы менән яҡындан танышҡығыҙ килһә, тиҙ арала бәрәкәтле Миәкә яҡтарына юлланығыҙ – хозур тәбиғәтле Садовыйға килегеҙ, тип өндәшке килә. Һәләтлеләр эштән һуң ялдарын файҙалы үткәреү маҡсатында көн дә тиерлек бында ашыға.
– Ғәҙәттә, иркен яратҡан күңел ҡайҙалыр талпыныусан, уны ауыҙлыҡлау мөмкин дә түгел, – тип йылмая әңгәмәсем. – Ундай саҡта ни ҡылырға? Һүҙ ҙә юҡ, клубҡа килеп, күңелең һөйгән шөғөлгә бирелеү. Яҡташтарым нәҡ ошо юлды һайлаған да инде. Кемдер хорға яҙылған, улар халыҡ йырҙарын да, дәртлеләрен дә берҙәй оҫта башҡара.
Бында ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле сығыштары менән йыш һөйөндөрә. Гүзәл заттарҙың йәш айырмаһы төрлө булһа ла, улар уртаҡ маҡсат менән йәшәй. Халыҡҡа ял минуттары бүләк итеү, күңелдәрҙе моң-көй менән тултырыу – шуға асыҡ миҫал. Әлбиттә, тәжрибәле өлкән апайҙар йәштәрҙе сәнғәткә ылыҡтырыу йәһәтенән иҫ киткес ҙур эш башҡара. Ысынлап та, айырыуса һуңғы йылдарҙа уңған хужабикәләр, өйҙәрендәге төп эштәренән тыш, ансамблгә килеп сығыш яһарға ла өлгөрә.
Фәнир Ғилметдин улы билдәләүенсә, сибәр заттарҙан айырмалы, ауыл клубында ир-аттар ансамбле лә бар. Улар ҡатын-ҡыҙҙар ансамбленән һис тә ҡалышмай, киреһенсә, сәмләнеп ижадҡа сумған.
Өйөңдә барыһы ла тыныс булған осраҡта ғына бөтә уй-маҡсаттарҙы ла тулыһынса тормошҡа ашырырға мөмкин. Был тәңгәлдә Фәнир уҙамандың күңеле һәр саҡ тыныс. Һөйөклө ҡатыны Фәрзәнә Ғариф ҡыҙы – иренә һәр йәһәттән терәк тә, таяныс та. Улар бер-береһен ярты ҡараштан аңлай.
Фәрзәнә ханым һөйләүенсә, донъя көтөүе көй-моң менән бергә үрелеп барғас, уның ҡыйынлығы ла әллә ни беленмәй, ауырлыҡтар ҙа хәтерҙән тиҙ юйыла. Мәҙәниәткә үлеп ғашиҡ булған кеше менән ғүмер итеү һәр яҡлап та отошло. Һынылышлы мәлдәрҙә ире баянда уйнарға тотонһа, тормош мәшәҡәттәре ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыға, ҡайғы-хәсрәт булмағандай тойола.
Фәнир Ғилметдин улынан бәхет төшөнсәһе тураһында фекерен белештек. Һәр кешенең үҙенсә бәхетле булыуына баҫым яһаны ул. Шәхсән үҙенә килгәндә иһә күңеле яратҡан шөғөл табыуын, ғаиләһенән уңыуын йәшермәне.
Илдар АҠЪЮЛОВ.
Миәкә районы.