Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2021, 15:10

Башҡорт еренең тоғро ҡыҙы

Бар ғүмере тыуған яғы халҡына хеҙмәт итеүгә арналды.

Наилә Мәүлетбай ҡыҙы Фәхриеваны (Садыҡованы) тап шулай атарға мөмкин. Уның бар ғүмере тыуған яғы халҡына хеҙмәт итеүгә, йәнтөйәген сәскә аттырыуға, именлеген нығытыуға арналды. Н.М. Фәхриева – Ишембай ҡалаһы һәм районында ғына түгел, тотош Башҡортостан Республикаһында танылыу яулаған абруйлы етәксе-финансист. Муниципаль район башлығы урынбаҫары – хакимиәттең финанс бүлеге начальнигы вазифаһында уның эш стажы 25 йыл тәшкил итә ине! Бындай етәкселәр республикала күп түгел.

2021 йылдың 18 ноябрендә уның ғүмер “сәғәте” мәңгелеккә һуғыуҙан туҡтаны…

Н.М. Фәхриева 1952 йылдың 23 декабрендә Төркмән ССР-ының Чарджоу ҡалаһында тыуған. Атаһы Мәүлетбай Йосоп улы Садыҡов Башҡорт АССР-ының Маҡар (әлеге Ишембай) районының Кинйәбулат ауылында тыуып үҫкән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, әсәһе Хәсәнә Нәжип ҡыҙы Әүхәҙиева Татар АССР-ының Туҡай (әлеге Әтнә) районының Чембулат ауылында тыуған, тыл эшсәне. 1955 йылда Садыҡовтар ғаиләһе атаһының тыуған яғына күсеп килә. Наилә Мәүлетбай ҡыҙы бала сағының иң бәхетле осоро – Кинйәбулат ауылындағы тормошо тураһында ғүмер буйы яҡты хәтирәләр һаҡланы. Ошо күркәм ауыл хаҡында һүҙ сыҡһа, уның күҙҙәрендә шатлыҡ нуры балҡып китә ине, был ауылды ул ғорурлыҡ менән йәнтөйәгем тип атаны. Садыҡовтар нәҫеле ете быуынға тиклем XVIII быуаттың 70-се йылдарында уҡ ошо изге Кинйәбулат ерендә йәшәгән. Һәр быуын вәкилдәре тырышлығы, булдыҡлылығы, аҡыл ҡеүәһе менән һәр заманда айырылып торған. Наилә Мәүлетбай ҡыҙы Садыҡовтар нәҫелен сағыу, лайыҡлы дауам итте, үҙенән һуң изгелек, сафлыҡ нурын, хеҙмәт уңыштарын ҡалдырҙы. Н.М. Фәхриева башҡорт еренең, ата-бабалары йәнтөйәгенең тоғро ҡыҙы булды.

Ауыл уҡытыусыһы, Ауыл хужалығы идаралығының иҡтисадсыһы, баш иҡтисадсыһы, план-комиссияһы рәйесе, халыҡ депутаттарының Ишембай район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Ишембай районының финанс идаралығы начальнигы, Рәсәй Пенсия фондының Ишембай ҡалаһы һәм районы идаралығы начальнигы, Ғафури ра­йонының финанс идаралығы начальнигы, Башҡортостан Финанс министрлығының Ишембай районы биләмәһендәге финанс идаралығы начальнигы, Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы – Н.М. Фәхриеваның хеҙмәт биографияһы бына ошо.

Яҡшы логик фекерләү, аналитик аҡыл, тәрән хәтер ҡеүәһенә эйә булған Наилә Мәүлетбай ҡыҙы Фәхриева юғары квалификациялы профессионал, талантлы етәксе булды. Ул, ҡайҙа ғына эшләһә лә, район бюджетын финанслау программаһын һәр саҡ һөҙөмтәле итеп төҙөй алды.

Уның инициативаһы һәм ярҙамы менән беҙҙең муниципаль районда күркәм ЗАГС бинаһы, яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн социаль приют төҙөлә, заман талаптарына ярашлы Петровский балалар йорто төҙөкләндерелә, психологик-педагогик һәм медицина-социаль ярҙамға мохтаж балалар өсөн “Инсайт” үҙәге бинаһы әҙерләнә һәм ремонтлана (әйткәндәй, был үҙәк республикала ошо йүнәлештәге иң яҡшы учреждениеға әүерелә), ауыл фельдшер пункттары һалына, районда юлға асфальт түшәлә, муниципаль район ауылдарының 80 процентына тиерлек газ үткәрелә. Быларҙың барыһы ла Ишембай районының киң социаль һәм иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә.

90-сы йылдар быға сағыу миҫал... Халыҡтың айҙар буйы эш хаҡы, пенсия алмаған осорҙо өлкән быуын яҡшы хәтерләйҙер, әлбиттә. Ишембай районында иһә был йылдар ярайһы уҡ “йомшаҡ” үтә. Наилә Мәүлетбай ҡыҙы Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары ойошмалары һәм предприятиелары менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек ойошторҙо. Шул осорҙан ауыл уҡытыусылары эш хаҡы иҫәбенә бартер буйынса йыһаз, көнкүреш техникаһы һәм башҡа кәрәкле тауарҙар һатып алды.

“Ауыл ҡыҙы” ауыл халҡының хәлен яҡшы аңлап, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ине.

Наилә Мәүлетбай ҡыҙы юғары мәҙәниәтле, изге һәм йомарт күңелле шәхес, туғандарына һәм яҡындарына ныҡлы таяныс, аҡыллы кәңәшсе, хәстәрлекле ҡыҙ, ҡатын, әсә һәм өләсәй, тоғро дуҫ булды. Изге күңелле, ҡунаҡсыл хужабикә, оҫта баҡсасы. Ул бәйләгән кейем-һалым һәр саҡ үҙенсәлеклелеге менән айырылып торҙо. Ире Ильяс Вәзих улы Фәхриев менән улы Наилде, ҡыҙы Әлиәне үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙы. Уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын табып, өлкәндәрҙең изге йолаларын лайыҡлы дауам итә.

Н.М. Фәхриева ҡаланың һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты, хәйриә сараларын ойоштороу инициаторы булды. “Эшлекле ҡатын-ҡыҙ”, “Айыҡ ауыл”, “Эсмә, әсәй!”, “Хәмер эсмәгән йорт, урам, ауыл” кеүек саралар үткәргәндә урындағы халыҡ араһында уның абруйы айырыуса асыҡ сағылды. Йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләү буйынса ветерандар хәрәкәте әүҙемсеһе булараҡ, ул оҙаҡ йылдар Ишембай районы ҡатын-ҡыҙҙар советына уңышлы етәкселек итте. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул “Тормошомдан ваҡиғалар. “Бүләк” (2017), “Ауыл ҡыҙҙары” (2020), “Бала сағым ауылы” (2021) тигән өс китап сығарҙы. Шулай уҡ байтаҡ ҡулъяҙмалары ҡалды...

Тыуған ил Н.М. Фәхриеваның фиҙакәр хеҙмәтен лайыҡлы баһаланы. Наилә Мәүлетбай ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисад­сыһы” тигән маҡтаулы исемгә (2003), “Финанс эше отличнигы” билдәһенә (2010) лайыҡ булды, ул “Ишембай районы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” (2013), “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы” (2019) миҙалдары, төрлө кимәлдәге бик күп почет грамоталары менән бүләкләнде. Ул – Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны.

Наилә Мәүлетбай ҡыҙы Фәхриева тураһындағы мәғлүмәттәр, уның атаһы Мәүлетбай Йосоп улы Садыҡов хаҡындағы мәғлүмәттәр кеүек үк, “Башҡорт энциклопедияһы” фәнни-нәшриәт комплексы 2015 йылда сығарған “Ишембай энциклопедияһы”на индерелгән.

Наилә Мәүлетбай ҡыҙы Фәхриева-Садыҡова үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырҙы! Ул беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!

Был һүҙҙәрҙең барыһы ла ҡәҙерле кешебеҙ, әсәйебеҙ, хәләл ефетебеҙ Наилә Мәүлетбай ҡыҙы Фәхриева хаҡында. Тап ул беҙҙең әсәйебеҙ, ҡатыныбыҙ булған өсөн Аллаһҡа рәхмәтлебеҙ. Уға һоҡланабыҙ һәм ғорурланабыҙ! Беҙ, балаларың һәм ейәндәрең, бөтә өмөт-хыялдарыңды аҡларға тырышырбыҙ. Рәхмәт һиңә, ҡәҙерлебеҙ!

 

Һөйөү менән ире Ильяс Вәзих улы Фәхриев, балалары Наил, Әлиә.

Читайте нас: