Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2021, 15:18

Бурысты үтәргә кәрәк

Һәр беребеҙгә мәғлүм, яҙ һәм көҙ армияға саҡырыу кампанияһы башлана. Таҙалығы булған һәр ир-егет Тыуған иле алдындағы бурысын үтәргә тейеш. Ҡыҙғаныс, хәҙерге йәштәр беҙҙең замандағы кеүек хәрби хеҙмәткә атлығып тормай. Был, бер яҡтан, тәрбиәгә лә бәйлелер.

Икенсе яҡтан, Афған һуғышын­да, Төньяҡ Кавказда йәш һалдат­тарҙың һәләк булыуы ла ҡурҡыу тойғоһо уятты, шулай уҡ армиялағы “бабайсылыҡ” та йәштәрҙе өркөтөп бөттө. Әлбиттә, һуңғы осорҙа армияла тәртип урынлаштырыла башланы, күҙ теймәһен. Донъялар ҙа тыныс.

Илебеҙ ҙур булғас, кемдәргәлер йыраҡта, ауыр шарттарҙа хеҙмәт итергә тура килде, ә минең үҙемә, рустар әйтмешләй, “повезло”. Бер йыл – Ҡара диңгеҙҙә, аҙаҡ Анапала хәрби мәктәптә белем алдым, Эстонияның Таллинн ҡалаһында булдым, һуңынан ике йыл Балтик диңгеҙендә хәрби карапта хеҙмәт иттем. Әлбиттә, ауыр саҡтар булды, тик улар йылдар үткән һайын онотола. Ә күңелле, ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе хәҙер ҙә һағынып иҫкә алам. Күңелдә уйылып ҡалған бер ваҡиғаны һеҙгә лә һөйләргә булдым.

Ялға сыҡҡан ваҡытта Таллинн ҡалаһында беренсе тапҡыр экскурсияла булдыҡ. Боронғо, матур, шаҡ ҡатырлыҡ ҡала. Унда “Татарская” тип эстонса һәм русса яҙылған таҡтаны күреп, тағы ла ғәжәпләндем. Был урам миңә шул ҡәҙәр ныҡ тәьҫир итте. Ул ҙур түгел, тыҡрыҡ кеүек кенә. Мин хатта үҙебеҙҙең төркөмдән артта ҡалғанмын. Татарса һөйләшкән берәй кеше осрамаҫмы тип, урамды ҡабат-ҡабат ураным. Юҡ, осраманы. Тик миңә барыбер был урамда йөрөүе рәхәт ине. Ул заманда хәҙерге кеүек кеҫә телефоны ла юҡ, төркөмөмдө бик оҙаҡ таба алманым. Үҙебеҙҙең караптар торған причалды саҡ эҙләп таптым, сөнки кешеләрҙән һораһаң, эстондар бер һүҙ ҙә әйтмәй, аптырап ҡарап торалар. Әллә русса белмәйҙәр, әллә һөйләшергә теләмәйҙәр. Төркөмдән айырылып ҡалған өсөн наряд та бирҙеләр – төн буйы картуф әрсенем. Шулай ҙа кәйеф яҡшы ине.

Иҫтә ҡалған тағы бер ваҡиға: Башҡортостандың Рус дәүләт драма театры гастролдәре башланды. Яҡташтарың һине эҙләп килгән, тип шаярттылар. Улар 10 көнгә яҡын спектаклдәр күрһәтте. Мин телевизорҙан береһен ҡараным. Йәнә шуны әйтә алам: башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев атаһы менән һуңғы көндәрен Эстонияның Рогервик­тағы крепосында һөргөндә үткәргән. Был ергә уларҙы ҡолаҡтарын, танауын ҡырҡылған килеш алып килгәндәр. Салауаттың маңлайына “З. Б. И.” тигән мөһөр ҙә баҫылған (З – злодей, Б. – бунтовщик, И – изменник). Ул мөһөр ҡайнар тимер менән һуғылған була. Уйлап ҡараһаң, ниндәй ҡанһыҙлыҡ менән язалағандар. Типһә тимер өҙөрлөк баһадир 25 йәшендә ҡулға алына, 46 йәшендә һөргөндә вафат була.

Эстонияның Палдиски (элекке Рогервик) ҡалаһында Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған. Уны Эстония хөкүмәте тарафынан һаҡлайҙар, тәртиптә тоталар. Йыл һайын Башҡортостандан делегация килеп, һәйкәлгә сәскә һала, доға уҡыйҙар, төрлө саралар үткәрәләр икән. Уның һәйкәлен мин дә күрҙем. Тик оҙаҡ булырға тура килмәне. Уҙып барышлай ғына күрергә насип булды. Милләттә­шебеҙҙең ҡарашы йыраҡтарға төбәлгән, күҙҙәрендә көрәш рухы, азатлыҡ осҡоно сағыла!

Һүҙемде илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеү тураһында башлағайным. Йәштәргә әйтергә теләгән һүҙем: хәрби хеҙмәт бурысын үтәргә кәрәк. Армия сафында хеҙмәт итеү маҡтауға лайыҡ, донъяны күрергә, тормошто аңларға, көслө, батыр, матур булырға ярҙам итә. Иң мөһиме – һуғыштар булмаһын. Бер йыл бер көн кеүек үтә лә китә, һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ҡыҙҙар ҙа армияла хәрби һынау үткән егеттәр менән үҙҙәрен ышаныслыраҡ тоялыр, тип уйлайым.

 

Дилфәр ХӘСӘНОВ.

 

Ижәү ҡалаһы.

Читайте нас: