Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2021, 15:47

Хәниә Фәрхи хөрмәтенә музей асылды

Тәтешле районы хакимиәтенең “Бәйләнештә” төркөмөнән.
Фото:Тәтешле районы хакимиәтенең “Бәйләнештә” төркөмөнән.

Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында йырсы, композитор, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи хөрмәтенә музей асыу тантанаһы булды.

Сарала Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, “ЛУКОЙЛ” йәмғиәте вәкиле Сергей Вилисов, Хәниә Фәрхиҙең әсәһе – 92 йәшлек Фәниә апай, тормош иптәше Ғәбделхәй Биктаһиров, ҡыҙҙары Әлиә менән Алһыу, яҡындары, туғандары, йырсының ижадын һөйөүселәр һәм музейҙы асыуға күп көс һалған кешеләр ҡатнашты.

Тантанала музей бул­дырыуға тос  өлөш ин­дергән кешеләргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Унда сығыш яһаусылар Тәтешле һандуғасы Хәниә Фәрхлислам ҡыҙын яҡшы һүҙҙәр менән телгә алды. Артистың яҡташтары иһә Хәниә Фәрхиҙең репертуарынан йырҙар башҡарҙы. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Әлфиә Шәйну­рова ҡатын-ҡыҙҙарға бүләк­тәр тапшырҙы.

– Мин был музейҙың асылыуын түҙемһеҙлек менән көттөм. Бөтә ра­йон­ға, ошо иҫкә алыу кисәһен ойоштороусыларға, бар­лыҡ ҡунаҡтарға сикһеҙ рәхмәт, сөнки улар Хәниә апайымды онотмай, яратып һәм хөрмәт итеп йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, апайымдың был яҡты донъяны ташлап китеүенә дүрт йыллап ваҡыт үтте, әммә мин ышанам, яҡташтары ғорурланғаны өсөн Хәниә апайымдың рухы ныҡ шатлана, — тине йырсының бер туғанының ҡыҙы Ғәлиә Ибәтуллина.

Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина ла был музейҙы асыуға бик күп көс һалған. Быйыл апрелдә уның менән осрашҡанда ул ошо хаҡта уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Шуға ла был сарала Фирүзәгә лә рәхмәт әйтеүселәр күп булды, шулай уҡ социаль селтәр аша ла уның тырышлығын лайыҡлы баһаланылар. Мәҫәлән, Роза Сабирова-Вилданова: “Фирүзә ысын күңелдән апаһында үҙ ҡаны барлығын күрһәтте, һүҙ менән түгел, ә эше менән. Бәхетле, ғүмерле булһын. Көс һалған барлыҡ кешеләргә рәхмәт. Беҙгә бик йыраҡ, күреп булмай, шулай булһа ла,  бик шатмын”, – тип яҙған.

Хәниә Фәрхи музе­йының ишеге һәр кем өсөн асыҡ, унда уның тормошона ҡағылған күп әйберҙәр урын алған, шәжәрәһе лә ҡуйылған. Йырсының музейы Балалар ижады үҙәге бинаһында урынлашҡан – Үрге Тәтешле районы, Ленин урамы, 86-сы йорт.

 

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас: