Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2021, 14:46

Иң ҡәҙерле бүләге – балалары

Байрам уңайынан Хәтифә инәйҙе Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов ҡотланы.
Байрам уңайынан Хәтифә инәйҙе Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов ҡотланы.

Йәшермәйек, йөҙйәшәрҙәр тураһында ваҡытлы матбуғат аша танышыу, телевизорҙан репортаж ҡарау, радионан ишетеү менән күптәр “эх, мин дә шул йәшкә етһәм ине” тигән татлы хыялға бирелеүсән. Ә инде бер быуат ғүмер иткән инәй йәки олатай менән осрашыу барыбыҙ өсөн дә тулҡынландырғыс та, хатта ғорурланырлыҡ та.

Мәҫәлән, Көйөргәҙе районында 103 йәшлек Хәтифә Фәйзуллина йәшәй. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәй үҙен насар тоймай, киреһенсә, әңгәмәгә ихлас ҡушыла, хатта ҡыҙыҡһыныусан һәм төпсөнөү кеүек сифаттарҙан да ситләшмәгән. Хәтифә Тимерғәле ҡыҙы бөгөн балаларының ҡурса­уында Ермолаевка ауылында ғүмер итә.

Хәтифә инәйҙең иңенә тормош ауырлыҡтары күп төшкән. Үткән быуаттың ҡырҡынсы йылдары һынылышлы осор булараҡ тарихта ҡалған. Бүтәндәр шикелле ҡыҙ ҙа туған “Алтын башаҡ” колхозында бил бөккән, иң мөһиме, бер ҡара эштән дә ҡурҡмаған, бер ҡасан да һынатмаған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда үҫмергә 23 йәш булған.

Билдәле, ир-аттың бөтәһе лә иле­беҙҙе немец илбаҫарҙарынан ҡыуыу маҡсатында яу яланына аш­ҡынған, хужалыҡтың бөтмәҫ-тө­кәнмәҫ йөгөн әлеге лә баяғы нескә ҡатын-ҡыҙ күтәргән. Бынан тыш, яҡташыбыҙ тап һуғыш осоронда Свердловск өлкәһендә тимер юл төҙөүҙә ҡатнашҡан. Тыныс тормошта ла ул һәр саҡ алдын­ғылар исемлегендә йөрөгән. Фиҙа­кәр хеҙмәте өсөн Хәтифә Фәйзул­лина бихисап дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Шул уҡ ва­ҡытта, Хәтифә инәй был донъяла балаларын иң ҙур һәм ҡәҙерле бүләккә тиңләй. Әйткәндәй, тормош иптәше менән ул 11 балаға ғүмер биргән.

– Йәшлектә ҡартлығыңды уйла, тиҙәр, – ти әңгәмәсем. – Ҡошсоҡ­тарымды аяҡҡа баҫтырыу, һәр береһен башлы-күҙле итеү өсөн төн йоҡоларыбыҙҙы йоҡламаныҡ, тиеү дөрөҫ. Уның ҡарауы, хәҙер ҡә­ҙерлеләремдең ҡәҙер-хөрмә­тендә һәм тыныс күңел менән ғүмер йомғағымды һүтәм. Беҙ кисергәнде берәүгә лә күрергә яҙмаһын!

Хәтифә Фәйзуллина һәр атҡан таңын күреүенә шатланып ултырыуын йәшермәне. Улай ғына ла түгел, балаларының, ейән-ейән­сәрҙәренең, бүлә-бүләсәләренең һәр уңышын үҙенекеләй ҡабул итә. Ошоно оло һөйөнөс тип иҫәпләй. Әйткәндәй, уның 30-лаған ейән-ейәнсәре, 40-тан ашыу бүлә-бүләсәре бар.

Хәтифә Тимерғәле ҡыҙы үткән­дәрҙе йыш иҫләй, ваҡыт уҙған һа­йын кино таҫмаһы шикелле улар асыҡ итеп күҙ алдына килеүенә ба­ҫым яһаны. Ул Ҡунаҡбай ауы­лын­да тыуып үҫкән. Йәш саҡта­рын­да “ауылыбыҙ Ҡунаҡбай, кү­ңе­лебеҙ моңға бай” тип йырлар булғандар.

Әсә көнө алдынан “Башҡорт­остан” республика гәзите хеҙмәт­кәрҙәре лә Хәтирә Фәйзуллинаны ҡотлай, тыныс ҡартлыҡ теләй, иң изге теләктәрҙе еткерә.

Илдар АҠЪЮЛОВ.

Көйөргәҙе районы.

Читайте нас: