Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2021, 15:15

Иман барҙа – әҙәп бар

Тамырҙарын барлап, бөгөнгөһөнә хөрмәт менән ҡарағандарҙың ғына киләсәге өмөтлө.

Күңел йылылығы менән үҙенә тартып торған Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙын Учалы районында белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Бик күп быуын балаларының беренсе уҡытыусыһы, ауыл советы етәксеһе, кемгәлер яҡын туған, изге күңелле кәңәшсе, йәмәғәт эштәрен йөкмәгән абруйлы ауылдаш, хөрмәтле ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе булараҡ та танылған шәхес ул.

Аҡыл һүҙе, эске күңел йылы­лы­ғы менән үҙенә тартып торған оло йәштәге ил инәһенең башҡар­ған эштәрен һанап бөтөрлөк түгел. Абруйлы уҡытыусылар династия­һын лайыҡлы дауам итеп, 40 йылдан ашыу нисәмә быуын балаларына белем биреүе менән хөрмәт ҡаҙанған ветеран-уҡытыусы бөгөн дә алғы сафта, уның әүҙемлеге башҡаларға өлгө булып тора. Тормош иптәше Рәсүл Аллабирҙе улы менән өс балаға тәрбиә биреп, бәхетле өләсәй-олатай булып көн иткән өйҙәре лә Көсөк ауылында “Өлгөлө йорт” исемен юҡҡа ғына йөрөтмәй.

“Ауылым уңғандары” республика конкурсында Гран-приға лайыҡ булған Ғариповтар йорто – ысын мәғәнәһендә эшһөйәрлек өлгөһө. Яҙын сәскәләргә кү­мелгән ихатала тынғыһыҙ хужа­ларҙың бар булмышы сағыла. Ауылға нур сәсеп, күңел йылы­лығын ихлас уртаҡ­лашып көн иткән йорт үҙенә тартып балҡып тора.

Икеһе лә берҙәм булып, рухи, иманлы күңел тәрбиәһенә ҙур иғтибар бирәләр. Ауылдың күркәм­леген арттырып, манаралы, нур сәсеп ултырған, төҙөлөп бөтөп килгән яңы мәсет – Рәсүл Алла­бирҙе улының тыуған йорто. Ғаилә менән кәңәш ҡороп, Көсөк ауылында ла Иман йортон булдырыу өсөн төп өйҙө мәсет өсөн яңынан тергеҙәләр. Балалары менән бергә тынғыһыҙ хужалар күркәм Иман йортон эшләп бөтөрөүгә бөтә көсөн бирә. Ауыл халҡы ла, ҡулдан килгәнсә, үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Иман барҙа – әҙәп бар, тип юҡҡа ғына әйтелмәгәндер. Рухи ҡиммәттәрҙең баһаһын белеп, күңел түрендә иманды үҙ иткәндәр көн итә Көсөк ауылында.

Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы етәкселек иткән ағинәйҙәр ҡоро – ысын мәғәнәһендә ауыл күрке. Сәхнә­ләрҙән сығыш яһауға ҡарағанда, уларҙың башҡарған эше ауылдың көндәлек тормошонда ауылдаштары менән тығыҙ аралашып, ҡайнап йәшәүҙәре менән ҡиммәтле. Ауылға йәш килен төшөргәндә, егеттәр ил һағына киткәндә, кире ҡылыҡтары менән донъя биҙҙереп яңылышҡанда, ауылда әҙәп, иплелек, таҙалыҡ булдырғанда – барыһында ла тынғыһыҙ ағинәй­ҙәрҙең өлөшө ҙур. Абруй ҡаҙанған ағинәйҙәр һүҙе лә ауылда үтемле, уларға барыһы ла оло хөрмәт менән ҡарай.

Тамырҙарын барлап, бөгөнгө­һөн хөрмәт иткәндәрҙең киләсәге лә өмөтлө. Бигерәк тә тыуған ере өсөн ҡорбан булған батырҙар хаҡында хәтирәләрҙе йәш быуын күңеленә еткереү,  рухи ҡим­мәт­тәргә хөрмәт тәрбиәләү йүнә­лешендәге эштәре баһалап бөткөһөҙ. Көсөк ауылында дан­лыҡлы яҡташыбыҙ Муса Лут улының йорт-музейында ойошто­ролған барлыҡ сараларҙы Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы үҙенең ағинәй­ҙәре менән мауыҡтырғыс, тәрән йөк­мәткеле, сарала ҡатнашҡан­дарҙың береһен дә битараф ҡал­дырмаҫлыҡ итеп үткәрә. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, комбриг Мортазиндың ғаиләһе яҙмышы хаҡында улар көйләгән бәйет юлдары һәр кемдең күңеленә үтеп, шанлы йылдарға алып китә.

Үҙ шәхестәрен ҙурлаған халыҡ оло хөрмәткә лайыҡ, тиҙәр. Әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ эш алып барған ағинәйҙәр үҙҙәре лә, ошо халыҡ вәкилдәре булараҡ, ихтирамға лайыҡ. Дан йәки хаҡ өсөн түгел, күңел талабы, йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарған эштәре киләсәк быуындар алдында баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт.

Күптән түгел генә “Туған тел илселәре” акцияһы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының ресурс үҙәге хеҙмәткәрҙәре халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, батыр улдары хаҡында мәғлүмәтте киңерәк таратыу маҡсатында, виртуаль музей булдырыу өсөн, Көсөк ауылының Муса Мортазин музейында данлыҡлы батырыбыҙ яҙмышы хаҡында фильм төшөрҙө. Фильм өсөн материалдар әҙер­ләүгә, ойоштороу эшенә лә Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы, һәр ваҡыттағыса, ижади һәләте менән күп көс бирҙе. Ағинәйҙәре менән берҙәм булып күркәм сығыш яһанылар. Бөтә республика уҡыусыларына виртуаль музейға сәйәхәт итеп, башҡорт халҡының данлы улы Мортазин хаҡында мәғлүмәт алыу өсөн төшөрөлгән фильмдың йөкмәт­кеһен батырҙың туғандары сы­ғышы, Озерный урта мәктәбе уҡыусылары, журналист, ҡаһарман ил батыры хаҡындағы “Муса Мортазин – халҡымдың улы” китабы авторы Рәүеф Шаһиевтың сы­ғыштары байытты.

Күңелдәрендәге яҡшылыҡ нурҙарын иман нуры аша тирә-яҡҡа йомарт өләшкән пак күңелле, уңғанлығы менән республикаға дан алған, хеҙмәтенә күрә хөрмәтен күреп, изгелек орлоҡтары һибеп йәшәгән Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы һәм Рәсүл Аллабирҙе улы рухи ҡиммәттәрҙең ни тиклем баһалы икәнлеген иҫбатлап көн итә. Кешелеклелек нуры, ағинәйҙәр һүҙе аша күркәм ғаиләләр өлгөһө булып, тирә-йүнгә тарала икән, ошондай ябай кешеләрҙең оло хеҙмәте менән рухи ҡиммәттәрҙең мәңгелек икәнлеген тормош үҙе үк күрһәтеп тора.

 

Зилә ШӘРӘФЕТДИНОВА.

 

Учалы районы.

Читайте нас: