Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2021, 15:34

“Ҙур ғаиләң булыуы яҡшы, әммә...”

мояоколица.рф
Фото:мояоколица.рф

Әлфиә исемле ҡатындың үҙенең тормошо хаҡында хаҡында һөйләүе ҡайһы берәүҙәрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе уйландырыр, моғайын. Яҙмышым йәш ҡыҙҙарға һабаҡ булһын, ти ул.

“Тәүге танышҡан көндә үк ирем, ул ваҡыттағы 18 йәшлек егет, киләсәктә ғаиләһенең ҙур буласағы хаҡында белдерҙе.

Мин дә, институтҡа уҡырға ингән ҡыҙ, уның менән һис һүҙһеҙ килеш­тем һәм: “Эйе”, – тип баш һелктем, сөнки үҙем дә балаларҙы яратам, өй эсендәге мәшәҡәттәр ҙә минең өсөн бер ҡасан да ҡыйынлыҡ кил­термәне, ҡунаҡтарҙы ла һәр саҡ ихлас ҡабул иттем. Шулай итеп, беҙ, ике йәш йөрәк, танышҡан йылда уҡ ғаилә ҡорорға, балаларыбыҙ мотлаҡ күп буласаҡ, тигән ҡарарға килдек.

Шулай итеп, беренсе улыбыҙ тыу­ғас, институтты ташларға йөрьәт иттем. Был аҙымымдың ҙур хата буласағын ул ваҡытта күҙ алдына ла килтермәй инем. Бер йыл үткәс, икенсе улыбыҙҙы ҡулыбыҙға алып һөйөндөк. Тормошобоҙ етеш тә түгел ине. Әммә быға иғтибар ит­мәнек: мин ғаилә усағын һаҡла­ным, ирем үҙебеҙҙең эште асып, берсә уңышлы, берсә һы­науҙар менән алға ынтылды. Ата-әсәйебеҙ ҙә беҙгә ҡулынан килгәнсә ярҙам итте, бигерәк тә икенсе балабыҙҙы тәрбиәләшергә булыштылар. Йәнә ике йылдан һуң, ғаи­ләбеҙгә йәм өҫтәп, өсөнсө улыбыҙ тыуҙы. Уны ҡулына беренсе тапҡыр алғанда иремдең шул тиклем ҡыуанғанын күрһәгеҙ ине! Был саҡта бәхеттең сиге юҡ, ҡыуаныстар ҙа мәңгелек кеүек тойола ине. “Шөкөр, йәшбеҙ, мотлаҡ тағы балаларыбыҙ булырға тейеш. Улар – тормошобоҙ йәме”, – тип әйткәнен әле һаман бик яҡшы хәтерләйем. Башын күтәреберәк йөрөй башлағанын да тойғайным.

Ғаилә карабыбыҙ шулай алға елде. Мин барлыҡ йорт мәшә­ҡәттәрен үҙ өҫтөмә алып, тормошомдан, яҙмышымдан ҡәнәғәт булып йәшәй бирҙем. Шулай ҙа дүр­тенсе улыбыҙ яҡты донъяға килгәс, үҙемде бер аҙ арыңҡырағандай, һаулығым ҡаҡшағандай хис иттем. Тик бишенсегә ҡыҙыбыҙ тыуғас, барыһы ла онотолдо, тағы ҡыуа­ныслы тормош мәшәҡәттәренә сумдым. Үҙемде бәхет күгендә йөҙгән­дәй тойҙом. Тик бына бәләкә­се­беҙгә бер йәш тулып та өлгөрмәне, ирем: “Ҙур ғаиләң булыуы, әлбиттә, яҡшы, әммә үҙем ха­ҡында ҡасан уйлармын? Әлегә ваҡыт бар, йәшмен, артабан үҙем өсөн йәшәйәсәкмен”, – тип белдерҙе.

...Күпмелер ваҡыт үткәс, ирем был уйҙарынан кире ҡайтыр, тор­мошобоҙ йәнә көйләнер, рәтләнер, тигән өмөт менән йәшәй бирҙем. Тик йәмәғәтем барлыҡ мөлкә­тебеҙҙе бүлде, айырылырға ҡарар итте. Әле ҡулымда – дүрт улым һәм бәләкәй генә ҡыҙым. Әсәйем менән атайым был хәлгә тамам аптыраны. Хәҙер ирем минең менән хатта һөйләшмәй, телефонды ла алмай... Нимә эшләргә? Артабан нисек йәшәргә? Хатта эшем дә юҡ бит...”.

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас: