Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2021, 12:00

"Шатлыҡлы хәбәрҙән күҙгә йәштәр төйөлдө..."

101 йәшлек инәй ковид госпиталдә ятып, ҡәһәрле сирҙе еңеп сыҡҡан.

"Шатлыҡлы хәбәрҙән күҙгә йәштәр төйөлдө..."
"Шатлыҡлы хәбәрҙән күҙгә йәштәр төйөлдө..."

Федоровка районынан 101 йәшлек инәй, ковидты еңеп, дауахананан һауығып сыҡты, тип яҙалар Күмертау ҡала дауаханаһының социаль селтәрҙәге төркөмөндә. Ветеранды Күмертау ҡала дауаханаһы нигеҙендәге ковид госпитале табиптары дауалаған.

Йөҙйәшәрҙең дауаханала ике аҙна дауаланыуын, сирҙе ауыр үткәреүенә ҡарамаҫтан, бирешмәйенсә, тулыһынса һауығыуын белдергән табиптар. Инәйҙе дауахананан сығарғандар. "Анисия Матвеевна - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1943 йылдан хәрби тормоштоң бар ауырлыҡтарын татып, Еңеү көнөн Кёнигсбергта ҡаршы алған", - тигән табиптар.

Был шатлыҡлы хәбәрҙән күҙгә йәштәр килде, табиптарға афарин, баш эйәбеҙ, инәйгә оҙон ғүмер теләйбеҙ, тип яҙғандар комментарийҙарҙа ла.

Фото Кумертау ҡала дауаханаһы.

 

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: