Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2021, 10:00

Телеканалға директор һайланды

“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры вазифаһына ике кеше дәғүә иткән.

Телеканалға директор һайланды
Телеканалға директор һайланды

“Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһына директор һайланды. Был вазифаға уның ғәмәлдәге етәксеһе Рөстәм Зәрәфетдинов һәм беренсе реклама каналының элекке директоры Гөлшат Булгакова дәғүә иткән.

Рөстәм Зәрәфетдинов конкурстың тест һорауҙарына яуап биреү һәм доклад менән сығыш яһау этаптарын уңышлы үтеп, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры вазифаһына һайланған.  

Уға 39 йәш, “Башҡортостан” ДТРК-һында директор вазифаһында 2017 йылдан. Был вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем тиклем ул "Башҡортостан" ДТРК-һында, “Вести FM Уфа” радиостанцияһында - махсус хәбәрсе һәм алып барыусы, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың матбуғат секретары булып эшләй.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: