Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 22:00

"Аҡ тирмә" – Беренсе каналда!

Мәскәү башҡорттары Рәсәйҙең халыҡ артисы Филипп Киркоров менән ниңә осраша?

"Аҡ тирмә" – Беренсе каналда!
"Аҡ тирмә" – Беренсе каналда!

"Хәйерле иртә!" - Мәскәү башҡорттарының "Аҡ тирмә" фольклор ансамбле "Хәйерле иртә" тапшырыуында Беренсе канал тамашасыларын шулай башҡортса сәләмләне. Артистар шулай уҡ ҡумыҙ, ҡурай кеүек халыҡ музыка ҡоралдары оҙатыуында башҡорт телендә күңелле таҡмаҡтар йырланы.

Ансамбль һигеҙ йыл тирәһе эшләп килә. Уның ойоштороусыһы һәм етәксеһе Гөлсинә Батыршина әйтеүенсә, Рәсәйҙең баш ҡалаһында коллектив киң танылыу яулаған.

"Беҙҙе күп төрлө проект һәм фестивалгә саҡыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта ҡатнашыуҙан баш тартырға тура килә, сөнки артистарыбыҙ төрлө өлкәлә эшләй, ә ижад менән ял көндәрендә генә шөғөлләнә алабыҙ», — ти Гөлсинә Алтынтимер ҡыҙы.

"Хәйерле иртә" тапшырыуын алып барыусы Ирина Муромцева “Аҡ тирмә” ағзаларының сәхнә кейеменең матурлығын билдәләне.

"Минеңсә, һәр иртәне тап шундай сағыу костюмдарҙа һәм шундай сағыу тауыштар менән ҡаршыларға кәрәк", — тине ул.

Башҡортостан мәҙәниәтен юғары кимәлдә күрһәтеү өсөн "Аҡ тирмә" ансамбле ағзалары күп көс һала. Репетиция залын ҡуртымға алыу һәм сәхнә кейемдәрен тектереү өсөн сығымдарҙы ла үҙҙәре ҡаплай.

"Мәскәүҙә беҙҙе бик яраталар, "беҙҙең башҡорттар" тип йөрөтәләр. Бындай яҡшы мөнәсәбәт туған мәҙәниәтебеҙҙе танытыу эшендә көс-дәрт өҫтәй", — тип билдәләне ансамбль етәксеһе.

Әйткәндәй, күптән түгел коллектив Мәскәүҙә Яңы йыл комедияһын төшөрөргә саҡырылды. "Аҡ тирмә" артистарын Рәсәйҙең халыҡ артисы Филипп Киркоров ҡатнашлығындағы эпизодта күрергә мөмкин буласаҡ.

Автор: Нурзиә ХӘСӘНОВА.

Фото "Аҡ тирмә" ансамбленең социаль селтәрҙәге диуарынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: