Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 15:15

Баҡсасыларҙың проблемалары күп...

Уларҙы хәл итеү өсөн 1,3 миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ. 

Баҡсасыларҙың проблемалары күп...
Баҡсасыларҙың проблемалары күп...

Башҡортостанда 500 мең ғаиләнең дача һәм баҡса участкаһы бар, 1500 самаһы коммерцияға ҡарамаған ширҡәт теркәлгән. Бындай ширҡәттәр һаны буйынса республика илдә етенсе урынды биләй. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.

Был ширҡәттәрҙең күбеһе Өфө районында урынлашҡан. Улар дөйөм һандың 80 процентын тәшкил итә (1025 ширҡәт). 180 баҡса Стәрлетамаҡ тирәһендә.

Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, республикала баҡсасылыҡты үҫтереү өсөн бер нисә проблеманы хәл итергә кәрәк. Беренсенән, ер участкаларына мөлкәт хоҡуғын рәсмиләштерергә кәрәк. Ер участкаларының 55 проценты кадастр иҫәбендә тормай. Был иһә йыл һайын муниципаль бюджеттарға алып етелмәгән 30 миллион һум аҡса тигән һүҙ.

Икенсенән, баҡса участкаларының электр, һыу һәм газ менән әҙ тәьмин ителеүе. Яҡынса баһалауҙар буйынса, баҡсасылар ширҡәттәренең балансында торған электр селтәрҙәренең 80 проценты иҫкергән. 20 процентында бөтөнләй электр менән тәьмин итеү юҡ. Ширҡәттәрҙең 55 проценттан ашыуы һыу менән тәьмин ителмәгән һәм 33 процентына ғына газ үткәрелгән.

Юлдарҙың хәле һәм транспорт йөрөүе лә шәптән түгел. Бындағы юлдарҙың 90 проценты – ҡырсынташтан. Был кешеләр өсөн өҫтәмә проблемалар тыуҙыра. Сүп-сар мәсьәләһе лә асыҡ килеш ҡала. Бөгөнгә ҡарата баҡсасылар ширҡәтенең 44 проценты ғына төбәк операторҙары менән ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға килешеү төҙөгән.

Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, баҡсасылар проблемаһын хәл итеү өсөн биш йыл эсендә 1,3 миллиард һум аҡса талап ителәсәк. Йыл һайын иһә – 273 миллион һум.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда бик күп йылдар буйы баҡсасылар проблемалары хәл ителмәне, ә ул республика өсөн иҡтисади пландағы мөһим темаларҙың береһе булып ҡала.

– Был бит тәбиғәткә, саф һауаға сығып ял итеү генә түгел. Бик күп баҡсасылар үҙҙәре өсөн унда йәшелсә үҫтерә. Тик баҡсасылар ширҡәттәренең проблемаларын һанап бөтөрлөк түгел. Муниципалитеттарға улар менән берлектә эшләргә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.

Баҡсасылар ширҡәттәре үҙҙәренең бурыстарын да үтәргә тейеш. Мәҫәлән, кадастр иҫәбенә ҡуйыу буйынса. Республика Хөкүмәт талаптарын үтәгәндәргә тәү сиратта ярҙам итәсәк.

Фото: youla.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: