Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 19:00

Хәҙер "Мәрйәм" тигән самолет оса!

Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова улының был ҙур бүләге хаҡында нимә тип һөйләне?

Хәҙер "Мәрйәм" тигән самолет оса!
Хәҙер "Мәрйәм" тигән самолет оса!

Башҡортостандың, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙа хор сәнғәтен киң пропагандалаған Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова егәрле һәм йомарт булыуы менән күптәрҙе таң ҡалдыра.

Пенсияға сыҡҡас, атаҡлы хор дирижеры Ишембай районындағы тыуған ауылы Маҡарҙа музыка мәктәбе асты. Улы Радик Ирек улы Солтановтың матди ярҙамы менән инструменттар, башҡа кәрәк-яраҡ һатып алды.

Яңыраҡ Мәрйәм апай ҡыуанып шылтырата. Улы заманса бизнес-самолет һатып алған һәм әсәһе менән Германияға барып ҡайтҡан.

– Улымдың эше күп, өлгөрмәй. Шуның өсөн самолет һатып алды, - ти Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы.

Радик Ирек улы самолетты әсәһенең исеме менән атаған. Хәҙер донъяның иң ҙур аэропорттарында Мәрйәм тип башҡортса яҙылған самолетты күрһәгеҙ, ғәжәпләнмәгеҙ. Ә яҙыуҙы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Ғәзизрахман ағайҙың ҡыҙы Мәрйәмгә фронттан яҙған хаттан алғандар.

Үҙегеҙгә самолет бүләк итерлек улдар үҫтерергә яҙһын.

Р. Кинйәбаев.

Фото М. Солтанованың шәхси альбомынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: