Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 12:00

Кәләш күҙләргә барып...

Шулай ҙа була икән

Кәләш күҙләргә барып...
Кәләш күҙләргә барып...

24 йәшлек Башҡортостан егете Ырымбур ҡалаһына йәш, сибәр ҡыҙ менән  осрашыуға бара. Әммә, әмәлгә ҡалғандай, ҡыҙ менән осрашыу форсаты теймәй. Быға егеттең бик йәне көйә, шулай аңҡы-тиңке ҡала урамдары буйлап машинаһында йөрөп килергә була. Юлда бер егетте ултыртып ала, танышып китәләр былар. Тегенеһе юлдашының кәйефе юҡлығын күреп, «үҙенсәлекле» кәйеф күтәреү сараһы тәҡдим итә – кеҫә телефоны һатылған кибетте талау…

Шулай итеп был икәү телефондар һатылған магазиндың пластик ишеген емереп инеп, быяла витриналарҙы ватып 16 мобиль телефон урлайҙар - йәмғеһе 155 һумлыҡ әйбер. Аҙаҡ урланғандарҙы бүлешеп, таралышалар.

Ун телефон алып ҡайта был егет һәм таныш ҡатыны аша ломбардҡа тапшырта. Әммә видеокүҙәтеү камералары аша бурҙарҙың эҙенә тиҙ төшәләр, шулай итеп, ҡыҙ күҙләргә барып, енәйәт юлына төшөп ҡайта был егет. Уларға Эске эштәр министрлығының Ырымбур буйынса идаралығы «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: