Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 15:30

Киләһе йылда төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк

Хәҙер подъездар зәңгәр һәм йәшел төҫтәргә буялмаясаҡ. 

Киләһе йылда төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк
Киләһе йылда төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк

Киләһе йылда ла Башҡортостанда күп фатирлы йорт подъездарын комплекслы ремонтлау, ихаталарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен ремонтлау эше дауам итәсәк. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һөйләне.

Уның белдереүенсә, киләһе йылда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 500 миллион һум аҡса тотоноу күҙаллана. Уларҙың өҫтәмә рәүештә бюджеттан бүленгән 300 миллион һумын декабрь аҙағына тиклем муниципалитеттар араһында бүләсәктәр. Ә 200 миллион һумы әленән ете муниципалитет араһында таратылған. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Межгорье ҡалалары, Благовещен, Иглин һәм Хәйбулла райондары. Был аҡсаларға киләһе йылда 117 күп фатирлы йортта 362 подъезд ремонтланасаҡ.

– Төҫтәргә килгәндә, быйыл зәңгәр һәм йәшел төҫтәрҙән ҡасырға ҡарар ителде. Халыҡҡа тынысыраҡ, нейтраль төҫтәр тәҡдим ителәсәк, – тине Алан Марзаев. – Инеү урындары, подъезд тамбурҙарын иһә һауа шарттары уңайлы кимәлгә еткәс ремонтлаясаҡбыҙ.

Министр белдереүенсә, эштәр 2022 йылдың 1 октябрендә тамамланырға тейеш.

“Башҡортостан ихаталары” программаһына килгәндә, ул киләһе йылда ла дауам итәсәк. Төҙөкләндереү үткәреләсәк ихаталар һаны 200 биләмәгә тиклем арттырыласаҡ. 2022 йыл өсөн был маҡсатта финанслау 1 миллиард һумдан артасаҡ.

Алан Марзаев белдереүенсә, программа буйынса әҙерлек эштәре быйыл йәйҙән үк башланды. Биләмәләр билдәләнгән, халыҡ менән йыйылыштар үткәрелгән, проект документтары әҙерләнгән. Оҙаҡламай улар яҡланып бөтәсәк һәм министрлыҡ муниципалитеттар менән килешеүҙәр төҙөйәсәк. 1 апрелгә тиклем төҙөүсе ойошмалар табыласаҡ, ә 18 апрелдән эштәр башланасаҡ һәм 30 августа тамамланырға тейеш.

Алан Марзаев уңышлы проекттарҙы һанап үтте, улар араһында Учалы, Октябрьский, Дүртөйлө, Күмертау ҡалалары бар. Улар үҙенсәлекле проекттар эшләй, һәр ихатаға ниндәйҙер яңылыҡ индерә.

2022 йыл өсөн “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына әҙерлек шулай уҡ быйыл апрель-майҙа башланған. 378 мең республика кешеһе ремонтланасаҡ биләмә өсөн тауыш бирҙе, уның һөҙөмтәләре буйынса 112 объект билдәләнгән. Был: аллеялар, йәйәүлеләр биләмәләре, яр буйҙары, скверҙар, парктар.

– Яңы киңлектәр бөтә 63 муниципалитетта ла барлыҡҡа киләсәк. Шул уҡ ваҡытта 2024 йылға тиклем Өфөнө төҙөкләндереүгә лә ҙур иғтибар биреләсәк. Был ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек сиктәрендә башҡарылған эштәр. Мәҫәлән, киләһе йылда Дан бульвары һәм уның янындағы сквер, Теплое күле тирәһе төҙөкләндереләсәк, – тине ул.

Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн башлыса федераль бюджет аҡсалары тотоноласаҡ.

Шулай уҡ киләһе йылда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсында еңгән алты проект тормошҡа ашырылысаҡ. Бының өсөн федераль бюджеттан 416 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.

Ошо уҡ конкурста 2020 йылда еңгән алдағы һигеҙ проект буйынса эштәр тамамланасаҡ.

Фото: Башинформ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: