Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 23:15

"Төҙөлөш сәғәте"ндә нимәләр ҡаралды?

2021 йыл аҙағына тиклем алданған өлөшсөләр проблемаһын Нефтекама, Сибай, Октябрьский ҡалалары һәм Иглин ауылында тулыһынса хәл итергә йыйыналар.

"Төҙөлөш сәғәте"ндә нимәләр ҡаралды?
"Төҙөлөш сәғәте"ндә нимәләр ҡаралды?

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” форматында кәңәшмә үткәрҙе. Унда алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеү механизмдары һәм тармаҡтың инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу ҡаралды.

Төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов белдереүенсә, 2023 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 3,9 мең өлөшсөнөң хоҡуҡтарын тергеҙергә йыйыналар.

Проблемалы объекттар реестрына 114 йорт инә. Ә әлеге йылдың башынан алып 16 объект был исемлектән төшөп ҡалған.

Эштәр бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла. Мәҫәлән, оҙаҡ төҙөлөп бөтмәгән 43 йортто Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау федераль фонды финанслашыуы ярҙамында төҙөргә планлаштыралар. 29 объект буйынса кешеләргә компенсациялар түләнәсәк. Уларҙы 1400 самаһы граждан алған да, түләнгән аҡсаның дөйөм суммаһы - 2,4 миллиард һум. Туғыҙ проблемалы объект федераль фонд финанслашыуы тураһындағы ҡарарҙы көтә.

Өҫтәүенә республика, федераль фонд ҡатнашлығынан тыш, 20 йортто төҙөп бөтөрәсәк. “Төҙөлөш сәғәте”ндә Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Сибай ҡалалары, Бүздәк, Ишембай, Ғафури райондары башлыҡтары сығыш яһаны. Улар үҙ биләмәһендәге проблемалы йорттар яҙмышы тураһында һөйләне. 2021 йыл аҙағына тиклем алданған өлөшсөләр проблемаһын Нефтекама, Сибай, Октябрський ҡалалары һәм Иглин ауылында тулыһынса хәл итергә йыйыналар. Радий Хәбиров был муниципалитеттар башлыҡтарына һөҙөмтәле эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт әйтте.

– 2023 йылға тиклем ваҡыт күп ҡалманы. Граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләһен хәл итеп була, әммә бының менән көн һайын эҙмә-эҙлекле шөғөлләнергә һәм ил Президенты Владимир Путин билдәләнгән ваҡытҡа тамамларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был эштең мөһим өлөшө – өлөшсөләр менән даими бәйләнештә булыу. Ошо тәңгәлдә әүҙемлекте кәметергә ярамай.

Артабан министр урынбаҫары Артем Ковшов Өфө агломерацияһы биләмәһендә һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәре төҙөлөшө барышы тураһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Өфө “Стимул” федераль программаһына инде. Был инженер селтәрҙәре төҙөү өсөн һигеҙ миллиард һум аҡса йәлеп итеү мөмкинлеге бирә. Эштәр 2024 йылда тамамланырға тейеш.

Сентябрҙә Радий Хәбиров баш ҡаланың Киров һәм Дим райондарында төҙөлөш барған урындарҙы ҡарап сыҡты, улар Ағиҙел аръяғын һыу менән тәьмин итәсәк.

Бынан тыш, Интернациональ урамынан Затон биҫтәһенә тиклем һыу үткәргес һалырға, шулай уҡ Дим районынан Затонға тиклем магистраль коллектор төҙөргә кәрәк.

Шундай уҡ хәл ҡаланың көнсығыш өлөшөндә – Ҡариҙел аръяғында ла. Уға Кузнецов Затонынан алып Шаҡша биҫтәһенә тиклемге биләмәләр инә. Бында шулай уҡ магистраль һәм бүлеү һыу үткәргестәре, канализация селтәре кәрәк.

“Төҙөлөш сәғәте”ндә ҡатнашыусылар был объекттарҙы финанслау механизмдарын тикшерҙе. Иң перспективалы юлдарҙың береһе – инфраструктура облигациялары.

– Һыу менән тәьминәт системаһы төҙөлөшө – Өфө агломерацияһын үҫтереү өсөн иң өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе. Шуға күрә Финанс министрлығына облигацияларҙы файҙаланыуҙың параметрҙарын һәм һөҙөмтәлелеген  ныҡлап өйрәнеүҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: