Йәмғиәт
7 Декабрь 2021, 12:00

Абҙаҡта бала тауға күтәрелгестән ҡолап төшкән

Тау саңғыһы комплексында ял итеүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр малайға ярҙамға ашыҡҡан...

Абҙаҡта бала тауға күтәрелгестән ҡолап төшкәнАбҙаҡта бала тауға күтәрелгестән ҡолап төшкән
Абҙаҡта бала тауға күтәрелгестән ҡолап төшкән

Белорет районының Абҙаҡ ауылында урынлашҡан тау саңғыһы комплексында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 8 йәшлек бала бәләгә тарыған – ул үргә күтәрелгестән (подъемник) осоп төшкән. Был хаҡта бөгөн 112 системаһы үҙәгенә хәбәр килгән, тип белдерә «Башинформ».

Ял итеүселәр һәм комплекс хеҙмәткәрҙәре малайға шунда уҡ ярҙамға ашыға: уны тауҙан төшөрөп, табиптар ҡулына тапшыралар, ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының матбуғат хеҙмәте. Әлегә баланың хәле тураһында бер ни ҙә билдәле түгел.

Шулай уҡ экстремаль спорт төрө менән шөғөлләнгәндә үтә лә һаҡ булырға кәрәклеген йәнә иҫкәртәләр ведомствола. Тау саңғыһы менән шөғөлләнгәндә башҡа шлем кейергә, профессиональ спортсыларҙың трюктарын ҡабатламаҫҡа, һәр ваҡыт бәйләнештә булырға, телефондарҙы эске кеҫәгә һалып йөрөү кәрәклеген белдерәләр. Һәм әгәр ҙә организмығыҙҙа арыу-талсығыу һиҙһәгеҙ йәки ауыртынып торһағыҙ, спорт менән шөғөлләнмәҫкә кәңәш итәләр. Саңғыла, сноубордта тик махсуслаштырылған урындарҙа ғына шыуырға кәрәклеген иҫтән сығармау фарыз.

Үҙ хәүефһеҙлегебеҙ үҙебеҙҙең ҡулда икәнен онотмайыҡ, дуҫтар!

Фото abzakovo.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас