Йәмғиәт
7 Декабрь 2021, 18:00

Арҙаҡлы яҡташыбыҙға - юғары награда

"Тыуған Башҡортостанымдың ошондай бүләген алыу минең өсөн ҙур мәртәбә. Республикабыҙҙың Баҡалы районына йыл да ҡайтам. Һәр ваҡыт йылы ҡаршылайҙар, класташтар менән күрешәбеҙ, туған телдә йырлайбыҙ..."

Арҙаҡлы яҡташыбыҙға - юғары наградаАрҙаҡлы яҡташыбыҙға - юғары награда
Арҙаҡлы яҡташыбыҙға - юғары награда

Әлеге эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Беларусь Республикаһының билдәле дәүләт һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре, Башҡортостанда тыуып үҫкән Урал Латипов менән осрашты. Төбәк етәксеһе уның ике аралағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға индергән өлөшөн баһалап, Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланы.

– Тыуған Башҡортостанымдың ошондай бүләген алыу минең өсөн ҙур мәртәбә. Республикабыҙҙың Баҡалы районына йыл да ҡайтам, унда Лилиә исемле апайым йәшәй. Һәр ваҡыт йылы ҡаршылайҙар, класташтар менән күрешәбеҙ, туған телдә йырлайбыҙ. Миңә тәбиғәтебеҙ, милли аш-һыуҙарыбыҙ оҡшай, – тине Урал Латипов. – Республика делегацияһы программаһын ҡараным. Сәфәрегеҙ бик көсөргәнешле һәм бай йөкмәткеле. Һәр башланғысығыҙҙа уңыштар теләйем.

Урал Рамдрак улы Латипов Баҡалы районының Ҡатай (әле Яңы Ҡатай) ауылында тыуған. 25 йыл ғүмерен СССР Дәүләт хәүефһеҙлеге комитетында хеҙмәт итеүгә арнаған. Төрлө йылдарҙа Беларусь Президенты ярҙамсыһы, уның хакимиәте етәксеһе, Беларусь Премьер-министры урынбаҫары, сит ил эштәре министры, илдең Именлек Советы дәүләт секретары булған.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас