Йәмғиәт
7 Декабрь 2021, 08:31

“Атайсал” йәнтөйәккә иғтибар йәлеп итә

Республикабыҙҙа матур башланғыстар бихисап. “Атайсал” дәүләт проектының старт алыуы – шуға асыҡ миҫал.

Күгәрсен районында тыуып үҫеп, тормошта ҙур уңыштарға өлгәшкән егет-ҡыҙҙар ҙа был проекттан, әлбиттә, ситтә ҡалмай. Улар әленән-әле тыуған төйәгендә йәшәүселәргә теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙып тора. Шуларҙың береһе – Азат Айытов.

Башҡорт Әлмәсе ауылында тыуып үҫкән Азат Сафиулла улы Туймазы үҙәк дауаханаһында оҙаҡ йылдар хирург һәм баш табип булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан эшенән айырылмай – Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларында медицина клиникалары аса. Әлеге көндә ул ошо медицина учреждениеларының баш табибы.

Медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы тыуған еренә, яҡташтарының яҙмышына битараф түгел. Әлмәс ауылы зыяратының ҡоймаларын алмаштырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән – заманса “3-ДD” селтәрҙәре һәм 100 дана тимер бағана алып биргән.

Әйткәндәй, Миңнехан Киленбаев менән Дамир Айытов та ауылдаштарына матди ярҙам күрһәткән.

Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәил Иҫәнбирҙин әйтеүенсә, зыяраттың ҡоймаһы бер нисә йыл элек үк “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында алмаштырыла башлаған. Әммә 800 метр оҙонлоғондағы ҡойманың 250 метр самаһы яңыртылғас, был эш ниңәлер туҡтап ҡалған. Һәм бына, ниһайәт, күренекле ауылдаштары матди ярҙам күрһәткәс, уны урын-еренә еткереп ҡуйғандар.

– Радик Байназаровҡа, Рифат Зәйетовҡа, Айнур Ҡотлоғужинға һәм уларға ҡушылған башҡа егеттәргә, эшселәрҙе тәмле аштар менән һыйлаусы Әлфирә Табулдинаға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Рәил Мөтиғулла улы. – Бер кем дә был донъяға мәңгелеккә килмәгән. Зыярат иһә – ҡасандыр барасаҡ уртаҡ йортобоҙ. Шуға ла был урынды тәртиптә тотоу ауыл халҡының изге бурысы булып тора.

 

Илдар АҠЪЮЛОВ 

Күгәрсен районы.

Читайте нас