

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында “Башҡортостан ихаталары” проектын тормошҡа ашырыуға субсидия биреү мәсьәләһе тикшерелде.
Ултырышта Хөкүмәттең 2019 йылдың февралендәге ҡарарына үҙгәрештәр индерергә ҡарар иттеләр. Атап әйткәндә, улар күп фатирлы йорттар урынлашҡан ауыл биләмәләрендә проектты тормошҡа ашырыуға ҡағыла.
Былтыр коронавирусҡа бәйле финанслауҙың сикләнеүе арҡаһында субсидия ҡала округтарына һәм составында ҡала биләмәһе булған муниципаль райондарға ғына бүленгәйне, әле иһә хәл үҙгәрҙе. Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, хәҙер “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуға ауыл биләмәләренә лә субсидия бирелә.
– Күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән 150 меңдән ашыу кеше төҙөк, уңайлы ихаталарға эйә булды. Шул уҡ ваҡытта программа ҡала халҡына ғына түгел, ауыл райондарында йәшәгәндәргә лә бик кәрәк. Биләмәләрҙе комплекслы төҙөкләндереүгә субсидия биреү тәртибен ҡайтанан ҡарау зарурлығы тыуҙы, – тине Премьер-министр.
Бынан тыш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев әйтеүенсә, яңы редакциялағы ҡарар проекты муниципаль берәмектәрҙең субсидияға ғаризаларын һайлап алыу шарттарына үҙгәреш индереүҙе күҙаллай. Тимәк, хәҙер ихаталарында айырым элементтары иҫкергән муниципаль берәмектәр генә программала ҡатнаша ала.
Һөҙөмтәлә Хөкүмәт ағзалары Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тәҡдим иткән проектты хупланы. “Башҡортостан ихаталары” программаһы тормошҡа ашырылған өс йылда республикала 920 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән, ә программаны дөйөм финанслау күләме дүрт миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.
Фото: pressaufa.ru/2019
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news